Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЛИМУЛЛИНА (Хәбибуллина) Рәйсә Ғәли ҡыҙы

Просмотров: 386

ҒӘЛИМУЛЛИНА (Хәбибуллина) Рәйсә Ғәли ҡыҙы (7.5.1931, Ҡараҡул ҡ. — 6.9.2000, Өфө), йырсы (сопрано), вокал б‑са педагог. Проф. (1995). РФ‑тың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1998), БАССР-ҙың халыҡ (1974) һәм атҡ. (1972) артисы. Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1954; Е.В.Кузьмина класы) БДОБТ, 1957—80 йй. Башҡ. филармонияһы солисы; бер үк ваҡытта 1971 й. алып ӨДСИ‑лә уҡыта (1994 й. башлап яңғыҙ йырлау һәм операға әҙерлек каф. мөдире). Матур тембрлы һәм киң диапазонлы юғары вокаль техникаға эйә йырсы. Репертуарында сит ил (Дж.Верди, В.А.Моцарт, Ф.Шуберт, Р.Шуман) һәм ватан (С.В.Рахманинов, Н.А.Римский-Корсаков, П.И.Чайковский, З.Ғ.Исмәғилев, Н.Ғ.Сабитов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б.) комп. камерный вокаль әҫәрҙәре, “Ашҡаҙар”, “Бейеш”, “Таштуғай”, “Төйәләҫ”, “Йыуаса” башҡ. халыҡ йырҙары һ.б. БДОБТ-ла Ҡарһылыу (“Снегурочка”), Марфа (“Батша кәләше” — “Царская невеста”; икеһе лә — Римский-Корсаков) партияларын башҡара. Әхмәтов һәм Сабитовтың йыр, романстарын тәүге башҡарыусы. Уҡыусылары араһында Р.Ш.Аҙнаҡаева, С.Р.Арғынбаева, Ф.З.Сәлихов, Э.М.Фәтихова, Ә.С.Хәмбәлиева, Чечен Республикаһының халыҡ арт. Р.Х.Әсәҙуллин, БР‑ҙың атҡ. арт. Л.А.Гәрәева һәм Р.Й.Иҙрисова, БАССР‑ҙың атҡ. арт. Г.С.Захарова. 10‑ға яҡын фәнни һәм уҡытыу‑методик хеҙмәт авторы. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Ленинградта, Ҡазанда (икеһе лә — 1969) БАССР мәҙәниәте көндәрендә, Ҡарағалпаҡ АССР‑ында БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә (1976) ҡатнаша. СССР һәм сит илдәр (Ҡытай, Корея, Монголия, Финляндия, Чехословакия һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була.

Хеҙм.: Из истории развития вокального искусства Башкортостана //Перспективы вокального образования. М., 1987; Творческий портрет заслуженного артиста России и Башкортостана Хабира Галимова //Национальные вокальные школы России. М., 1998.

Г.Н.Әхмәҙиева

Тәрж. Ә.Х.Ҡоҙабаева

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019