Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒАРИПОВА Нинэль Фёдоровна

Просмотров: 883

ҒАРИПОВА Нинэль Фёдоровна (13.11.1945, Өфө), пианист, педагог. Сәнғәт ғилеме д‑ры (2011), проф. (1995). РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (1999), БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1993). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1964; С.Ғ.Хәмиҙуллина класы), Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын (Мәскәү, 1969; В.П.Стародубровский класы) тамамлаған. 1963 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 1969 й. башлап ӨДСА‑ла (1987 й. алып фортепиано каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1990— 2007 йй. уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор) уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре Башҡортостанда фортепианола уйнау тарихына, башҡ. композиторҙары ижадына, муз. мәктәптәрендә, урта махсус һәм юғары муз. уҡыу йорттарында фортепианола уйнарға өйрәтеү методикаһына арналған. 80‑дән ашыу фәнни һәм уҡытыу‑методик хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Башкирская фортепианная музыка. Уфа, 2008; Фортепианное исполнительство в Уфе. Страницы истории. Уфа, 2010. 

 М.П.Фоменков

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: