ГАРМУН
ГАРМУН, баҫмаҡлы-пневматик музыка ҡоралы. Корпусы һул һәм уң клавиатуранан тора, уртаһында күрек урынлашҡан. Уң клавиатураһы — көй башҡарыу, һулы бас-аккордтар өсөн тәғәйенләнгән. Тауыш, баҫмаҡтарға (төймәләргә) баҫып, күректе һуҙғанда һәм кире ҡыҫҡанда барлыҡҡа килеп, металл ҡыҫан уйымдарына нығытылған металл телдәрҙең иркен ҡалҡып йөрөүенән сыға. Клавиатура диатоник тауыштар рәтен берләштерә. Башҡорттарҙың муз. мәҙәниәтендә 19 б. аҙ. алып ҡулланыла. Г. башҡ. йәмғиәтендә ярайһы уҡ киң таралған муз. ҡоралы булыуы т‑да А.П.Чеховтың 1890 й. Башҡортостанда булған сағындағы яҙмаларында; С.Г.Рыбаковтың “Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән” китабында әйтелә. Тәүге Г. эшләүсе оҫталарҙан Т.А.Трофимов (Үрге Әүжән-Петровск заводы), ағалы-ҡустылы И.С. һәм П.С.Фоменковтар (Өфө) билдәле. 20 б. 30‑сы йй. Бөрө ҡ. Г. эшләү б‑са үҙәк була. Респ. муз. ҡоралының түбәндәге төрҙәре таралған: бараксин (Ҡазан оҫталары Вараксиндар династияһы Г.), батка (Вятка), минорка, урыҫ (Саратов) Г., хромка һ.б.; тальян Г. урындағы варианттары (Бөрө, Дүртөйлө, Өфө һ.б.) ҙур популярлыҡ яулаған. Г. таҡмаҡ жанры үҫешенә, муз. ҡоралында уйнауҙың үҙенсәлекле төрө — әкрен темпта, йыш ҡына аҙым яһау хәрәкәте м‑н башҡарылған ауыл көйө һәм урам көйө жанрҙары барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә. Г. башлыса ябай әҫәрҙәр, ш. иҫ. һалмаҡ көй һәм ҡыҫҡа көй, башҡарыла. Халыҡ йырҙарын һәм халыҡ бейеүҙәрен башҡарғанда ҡушылған муз. ҡоралы. Танылған гармунсылар араһында Р.В.Вәдүтов, С.Ш.Дәүләтбаев (икеһе лә — Өфө), Г.Ш.Ғиззәтов (Тәтешле р‑ны), Н.А.Жвыкин (Белорет р‑ны), Л.М.Мырҙаханов (Дүртөйлө р‑ны), Н.К.Сәғиҙуллин (Учалы р‑ны), Й.Ғ.Хәсәнов (Туймазы ҡ.). А.К.Кукубаев Г. партияһы м‑н халыҡ муз. ҡоралдары оркестры өсөн “Башҡорт сувениры” (“Башкирский сувенир”) пьесаһын яҙған.
Әҙәб.: Рахимов Р.Г. Башкирская народная инструментальная культура: этноорганологическое исследование Уфа, 2006.
Р.Ғ.Рәхимов
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова