Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДИАНОВ Вәлиәхмәт Диан улы

Просмотров: 1071

ДИАНОВ Вәлиәхмәт Диан улы (13.3.1930, Түбәнге Новгород крайы Новомочалино а. — 1981, Мәскәү), график. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1969). Рәссамдар союзы ағзаһы (1964). Мәскәү полиграфия ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) 1971 й. тиклем Башҡ‑н китап нәшриәтенең баш художество мөхәррире. Китап графикаһы һәм станокта башҡарылƒан графика өлкәһендә эшләй. 100‑ҙән ашыу китап биҙәй һәм иллюстрациялай. Д. оҫталығы башҡ. эпостарын биҙәгәндә айырыуса сағыу күренә, уның иллюстрациялары образдарҙың монументаллеге һәм сюжеттарҙың күп яҡлы аңлатылыуы м‑н айырылып тора: “Аҡбуҙат”, “Урал батыр” (икеһе лә — 1975), “Мөхәббәт тураһында хикәйәттәр” (“Сказания о любви”; 1983). Акварель техникаһында башҡ. яҙыусыларының әҫәрҙәренә [Д.Юлтыйҙың “Ҡан”, Ғ.Ғ.Ибраһимовтың “Беҙҙең көндәр” (“Наши дни”; икеһе лә — 1962), М.Кәримдең “Ҡара һыуҙар” (1965) һ.б.]; “Туған тел”, урыҫ булмаған мәктәптәр өсөн “Әлифба”, “Урыҫ теле” (бөтәһе лә — 1969) дәреслектәренә иллюстрациялар төшөргән. Станокта башšарылƒан “Йәй. Үҫмер саҡ”, “Көҙ. Өлгөргәнлек”, “Ҡыш. Аҡыллылыҡ” (бөтәһе лә — 1971) эштәре, “Бала саҡ” серияһы (1974; бөтәһе лә — автолитография) авторы. 1961 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре БДХМ‑да һаҡлана.

М.Л.Әхмәҙуллин

Тәрж. Т.Х.Ишкинин


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: