Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДАВЫДОВА Эльмира Минһаж ҡыҙы

Просмотров: 1517

ДАВЫДОВА Эльмира Минһаж ҡыҙы (1.2.1940, Ҡырғыҙ ССР‑ының Тепе‑Ҡурған а. — 30.7.2018, Өфө), музыка белгесе, музыка эшмәкәре. РФ‑тың (1999) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1981). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1962), ӨДСИ‑не (1973) тамамлаған. 1961 й. алып БАССР МС Радио тапшырыу һәм ТВ ком‑тының муз. тапшырыуҙар мөхәррире, 1965 — 68 йй. Башҡорт филармонияһының лектор‑музыка белгесе, 1973 — 76 йй. һәм 1982 — 2002 йй. БР Композиторҙар союзының яуаплы секретары, 1978 — 82 йй. ТТӘИ‑нең ғилми хеҙм‑ре.

Фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт операһы һәм хореографияһының үҫеш тарихына, БР башҡарыусылары һәм композиторҙары ижадына арналған (ҡара: Музыка ғилеме). Д. сценарийы б‑са Ғ.С.Әлмөхәмәтов т‑да документаль фильм төшөрөлгән. 1961 — 95 йй. “Башҡортостан” ДТРК‑нда “Башҡорт музыкаһы антологияһы” (“Антология башкирской музыки”), “Башҡортостандың сәнғәт оҫталары” (“Мастера искусств Башкортостана”), “Йылдар һәм яҙмыштар” (“Годы и судьбы”), “Музыкаль бүлмә” (“Музыкальная гостиная”) тапшырыуҙарының авторы һәм алып барыусыһы. 14 фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Я песней возвращусь...: Посвящается Газизу Альмухаметову. Уфа, 2009.

Әҙәб.: Композиторы и музыковеды Башкортостана: очерки жизни и творчества. Уфа, 2002.

Ф.А.Фәйезова

Тәрж. Ә.Х.Ҡоҙабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: