Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕ ҺӘМ СӘНҒӘТЕ ДЕКАДАҺЫ

Просмотров: 1468

БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕ ҺӘМ СӘНҒӘТЕ ДЕКАДАҺЫ, Мәскәүҙә милли әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт ҡаҙаныштарын киң сағылдырған сара. 1955 й. 27 май — 5 июнендә уҙғарыла. Декадаға әҙерлек һуғышҡа тиклемге йылдарҙа уҡ башлана, әммә үткәреү ваҡыты ике тапҡыр (1941 й. һәм 1953 й.) кисектерелә. Б.ә.һ.с.д. Яҙыусылар союзы, Композиторҙар союзы, Рәссамдар союзы ағзалары, ижади коллективтар, проф. һәм һәүәҫкәр артистар ҡатнаша. Декада сиктәрендә Союздар йортоноң Колонналар залында М.Кәрим, З.А.Биишева, Р.Ниғмәти, Н.Нәжми һ.б. ҡатнашлығында әҙәби кисә; СССР Яҙыусылар союзы идараһының киңәйтелгән ултырышында С.Агиш (“Нигеҙ” романы, “Егеттәр” повесы, хикәйәләре), К.Мәргән (“Нарыштау итәгендә”) әҫ., ш. уҡ урыҫ телендә нәшер ителгән “Башҡорт хикәйәләре” (“Башкирские рассказы”) йыйынтығы б‑са фекер алышыу; Ш.Бикҡол, Ә.Һ.Бикчәнтәев, Ҡ.Даян, С.Ҡудаш, Ғ.Әмири һ.б. башҡ. яҙыусылары ҡатнашлығында В.И.Ленин ис. СССР Дәүләт китапханаһында, МДУ‑ла, ҡайһы бер Мәскәү пр‑тиеларында конф. һәм осрашыуҙар үткәрелә. Мәскәү театрҙары сәхнәләрендә Башҡорт драма театры А.П.Чеховтың “Ваня ағай” (“Дядя Ваня”), М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимовтың ш. уҡ исемле спектаклен, У.Шекспирҙың “Отелло”, М.Кәримдең “Яңғыҙ ҡайын” спектаклдәрен; Опера һәм балет театры Н.А. Римский-Корсаковтың “Батша кәләше” (“Царская невеста”), “Салауат Юлаев” операларын, “Сыңрау торна”, А.А. Крейндың “Лауренсия” балеттарын ҡуя. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле), Ишембай ҡ. нефтселәре хоры, Маҡар һәм Учалы р‑ндары йыйылма хоры, БДОБТ һәм Башҡорт филармонияһы хорҙары; Н.Һ.Аллаярова, А.С.Бувакин, И.Ш. Дилмөхәмәтов (ҡара: Дилмөхәмәтовтар) һ.б. сығыштары ҙур уңыш м‑н үтә. СССР Рәссамдар союзының күргәҙмә залында, СССР Яҙыусылар союзының Үҙәк әҙәбиәтселәр йортонда, Бөтә Рәсәй Театр берекмәһенең Актёрҙар йортонда 40‑тан ашыу рәсем сәнғәте, графика, скульптура, театр-декорация сәнғәте оҫтаһы (В.П.Андреев, М.Н.Арыҫланов, Р.Ғ.Ғүмәров, Б.Ф.Домашников, Ҡ.С.Дәүләткилдеев, М.Н.Елгаштина, Ғ.Ш.Имашева, Р.У.Ишбулатов, А.А.Кузнецов, А.П.Лежнев, Т.П.Нечаева, А.Э. Тюлькин, И.И.Урядов һ.б.) эштәренең күргәҙмәләре үтә. Декада СССР‑ҙың Ҙур театрында халыҡ ижады, классик муз. һәм хореография сәнғәте әҫәрҙәренән торған йомғаҡлау концерты м‑н тамамлана. Декадала ҡатнашыусыларҙың күбеһе маҡтаулы исемдәргә һәм хөкүмәт наградаларына лайыҡ була. З.Ә.Насретдинова һәм А.Ҡ.Мөбәрәковҡа “СССР‑ҙың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исем бирелә; С.Ҡудаш — Ленин, Б.Бикбай, М.Кәрим, Х.Кәрим һәм Н.Нәжми — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ғ.Ғүмәр, Ҡ.Даян, К.Мәргән, Р.Ниғмәти һ.б. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнә. Декада т‑да үҙәк матбуғатта мәҡәләләр донъя күрә; башҡ. әҙәбиәте һәм сәнғәте әҫ. тикшереүҙә А.А.Аникст, Б.А.Бабочкин, Л.М.Лавровский, А.М.Мессерер, Г.М.Нэлепп, Б.А. Покровский һәм СССР‑ҙың башҡа күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 4‑се т. Өфө, 1993; Башкирский государственный академический театр драмы. Уфа, 1969.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019