Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДОМАШНИКОВ Борис Фёдорович

Просмотров: 1774

ДОМАШНИКОВ Борис Фёдорович (5.4.1924, Иваново-Вознесенский губ. Кригоузово а. — 20.6.2003, Өфө), рәссам. СССР‑ҙың (1982) һәм РСФСРҙың (1975) халыҡ рәссамы. Рәсәй художество акад. мөхбир ағзаһы (1996). РСФСР‑ҙың атҡ. рәссамы (1965), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1965). Рәссамдар союзы ағзаһы (1954). Башҡ. театр-художество уч‑щеһын тамамлаған (1950; педагогы А.Э.Тюлькин). 1960—90 йй. Башҡортостан һәм Рәсәйҙең пейзаж рәсем сәнғәтендә иң күренекле оҫталарҙың береһе. Эштәренең төп темаһы — Рәсәй, Урал тәбиғәте. Д. ижады төҫтәр м‑н хайран ҡалдырған рәсемдәрҙән тора, улар нескә лиризм һәм композиция ритмы м‑н айырыла, рәссамдың донъяны гармонияла һәм юғары хистәрҙә ҡабул итеүен күрһәтә. Тәүге күренекле эштәренең береһе — “Ҡала ситендәге ҡыш” (1956), уныœ м‑н Д. төпкөлдәге ҡала биҫтәһе темаһын асып ебәрә. 50‑се йй. 2‑се ярт. төшөрә башлаған “Көньяҡ Урал буйлап” серияһының һәм “Май. Ҡайынлыҡ” (1960), “Көҙ. Электричка” (1971) һ.б. картиналарының эмоциональ нигеҙен лирик башланғыс билдәләй. 50—70‑се йй. Д. “Рәсәй ҡорамдары” серияһын ижад итә, унда боронғо урыҫ архитектура ҡомартҡыларының мөһабәт матурлығы сағылдырыла: “Новгородта” (1958), “Ростов кремлендә яҙ”, “Псков. Троица соборы” (икеһе лә — 1966), “Василий Блаженный соборы” (1975) һ.б. 60‑сы йй. 2‑се яртыһынан рәссамдың ижад итеү манераһы шартлылыҡ сифатына күсә бара, ул импрессионизмдың рәсем алымдарын ижади эшкәртеп ҡуллана башлай: ҡыҫҡа-ҡыҫҡа еңелсә һыҙаттар картиналарға нәфислек һәм тәьҫирлек өҫтәй. 70‑се йй. эштәре артыҡ декоративлыҡ һәм мажорлы колорит м‑н айырыла. Йыш ҡына Д. пейзажда кеше һындарын төшөрә, улар заманды тойорға, кешенең тәбиғәт м‑н бәйләнешенең күп төрлөлөгөн асырға ярҙам итә: “Киске сеанс” (1969), “Яҙ һәм рәссамдар” (1970), “Поезд менән пейзаж” (1981). Оҫтаның ижадында Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанына арналған эштәре айырым урын биләй: “Ҡыҙыл майҙан күренеше” (1975), “Ҡыҙыл майҙанда” (1977), “Май. Ҡыҙыл майҙан” (1991), “Илде һағыныу” (2000) һ.б., ш. уҡ патриотизм мотивтары м‑н һуғарылған һәм ижтимағи йүнәлешле эштәре бар: “Тыуған ил” (1970), “Еңеү көнө”, “Хәтер” (икеһе лә — 1985). Бөтә ижади юлында рәссамды Урал тәбиғәте, Башҡортостандың йәмле күренештәре, Өфө урамдары йәлеп итә: “Ҡариҙел” (1969), “Уяныу” (1983), “Тынлыҡ” (1990). Был темаларҙы эшкәртеп, рәссам пейзажды башҡа төрлө аңлатыуға килтерә, эштәренә дөйөмләштерелгән эпик мәғәнә бирә: “Урал тураһында риүәйәт” (1974), “Ҡарт Урал”, “Станцияла яҙ” (икеһе лә — 1993) һ.б. Мосолман һәм христиан донъяларының гармониялы йәшәүе “Зыярат”, “Көҙ. Мәсет. Ғибәҙәтханаға юл”, “Манара менән Өфө романсы” (бөтәһе лә — 1992) эштәрендә сағыла. 1949 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре (1953 й. алып): Октябрьский, Өфө, Салауат, Звёздный городок, Кемерово, Ленинград, Магнитогорск, Малоярославец, Мәскәү, Новокузнецк, Новосибирск, Пермь, Саранск, Свердловск, Һарытау, ш. уҡ Бейек Татр, Карловы-Вары, Пештаны, Прага (бөтәһе лә — Чехословакия). Эштәре БДХМ, Третьяков галереяһы (Мәскәү), Рус музейы (С.‑Петербург) коллекцияларында, Рәсәй һәм сит ил музейҙарында, галереяларында, шәхси йыйылмаларында һаҡлана. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Мәскәү, 1957), БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. (1977) лауреаты. “Почёт Билдәһе”орд. м‑н бүләкләнгән (1967). Д. исеме Өфөнөң бер урамына бирелгән, рәссамдың оҫтаханаһы урынлашҡан йортҡа (Салауат урамы, 17) уға арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Хеҙм.: Москва. Красная площадь //Художник. 1962. №5; Проблемы современного пейзажа //Там же. 1976. №3.

Әҙәб.: Голованов Н.Н. Б.Ф.Домашников. Л., 1965; Весеннее раздумье. Б.Ф.Домашников. Живопись: каталог/авт.-сост. В.М.Сорокина. Уфа, 2000.

И.Н.Оськина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: 1. Б.Ф.Домашников 2. Б.Ф.Домашников. Тәбиғәт уяныуы. 1983. БДХМ

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр: