Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДУМБЫРА

Просмотров: 1113

ДУМБЫРА, сиртеп уйнай торған ҡыллы башҡ. халыҡ музыка ҡоралы. Корпусы груша рәүешендә йәки оҙонса түңәрәк формала, ағасты соҡоп йәки йәбештереп эшләнә. Оҙонлоғо яҡынса 800 мм, грифына 19 лад урынлаштырылƒан. Өс ҡыллы (нейлон йәки металл) була, квинта һºм кварта к¿йлºнº. Тауыш бармаҡ йәки медиатор м‑н бөтә ҡылдарҙы бер юлы сиртеп уйнағанда сыға, был ваҡытта өҫк¿ ҡылдар көй бирә, аҫšылары бурдон тауышы сығара. Д. дөйөм төрки дастандарында (“Ҡорҡот ата китабы”) һәм башҡ. эпостарында (“Заятүләк менән Һыуһылыу”) телгә алына. 19 б. аҙ. — 20 б. башында ҡулланыуҙан сыға. 80‑се йй. башында В.Ш.Шөғәйепов тарафынан яңыртыла, һуңыраҡ ул һәм башҡа оҫталар Д. оркестр төрҙәрен (сопрано, альт, бас) яһай. 80‑се йй. аҙағынан Д. — Ғ.С.Ҡобағошов, Р.М.Ғәлимов, А.Я.Йәнғужин, 90‑сы йй. башынан С.У.Баймөхәмәтов, А.Н.Владимиров, Г.Р.Ғәлимова, Д.А.Минко, А.А.Овчинников эшләй. Д. ҡушылып, халыҡ йырсылары һәм музыканттары тарафынан ҡобайырҙар, тулғауҙар, хикәйәттәр (ҡара: Эпос), әйтештәр әйтелә; ш. уҡ Д. инструменталь көйҙәр башҡарыла. Проф. музыкала соло, ансамбль һәм оркестр музыка ҡоралы булараҡ ҡулланыла. Башҡарыусылар араһында Г.А.Билалова, З.В.Дилмөхәмәтова, Ә.Р.Латипова, Г.И.Үмәрғәлина, В.И.Әбүбәкеров. Музыкант-думбырасылар Салауат музыка колледжында, Сибай сәнғәт колледжында, Сәнғәт академияһында, Сәнғәт училищеһында, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһында әҙерләнә. Д. оҡшаш муз. ҡоралдары күп кенә төрки халыҡтарҙа таралған.

Әҙәб.: Кубагушев А.М. Традиционные башкирские музыкальные инструменты. Уфа, 1997; Рахимов Р.Г. Башкирские народные музыкальные инструменты. Уфа, 2004.

А.М.Ҡобағошов

Тәрж. Ә.Х.Ҡоҙабаева

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019