Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘЛИТОВА Нәбилә Ғәбделхәмит ҡыҙы

Просмотров: 1159

ВӘЛИТОВА Нәбилә Ғәбделхәмит ҡыҙы [28.12.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Сыйрышбаш а. (хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 11.10. 2006, Воронеж ҡ.], балет артисы, балетмейстер. РСФСР‑ҙың халыҡ (1969) һәм атҡ. (1955) артисы. Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1949; педагогы А.Я. Ваганова) БДОБТ солисы. 1961—75 йй. Воронеж опера һәм балет театры солисы, 1979 й. алып баш балетмейстеры, 1985 й. — уҡытыусы‑репетиторы, 1995 й. — художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1963 й. башлап Воронеж хореография уч‑щеһында уҡыта.

Ленинград балет мәктәбенең академик традицияларын дауам итеүсе. В. бейеүендә юғары башҡарыу мәҙәниәте м‑н образдың поэтик рухлылығы берләштерелә. БДОБТ‑ла төп партиялары: Торналарға юл күрһәтеүсе (“Сыңрау торна”; дебют, 1949), Зарема (“Баҡсаһарай фонтаны” — “Бахчисарайский фонтан”, Б.В.Асафьев), Лиза (“Файҙаһыҙ һаҡлыҡ” — “Тщетная предосторожность”, П.Гертель), Одетта — Одиллия (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”, П.И.Чайковский) һ.б. Гөлбәҙирә партияһын (“Тау бөркөтө”) тәүге башҡарыусы. Воронеж опера һәм балет театрында Чайковскийҙың “Щелкунчик”, Э.Дельдевездың “Пахита”, “Баҡсаһарай фонтаны” (“Бахчисарайский фонтан”) һ.б. балеттарын ҡуя. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955) ҡатнашҡан. Уҡыусылары араһында РФ‑тың атҡ. артистары Л.В.Денисова һәм Н.С.Курбатова, РФ‑тың халыҡ артистары М.В.Леонькина һәм Т.А.Фролова. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1981). Воронеж хореография уч‑щеһы бинаһында В. хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: