Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘБИТОВ Фәтих Ғәбит улы

Просмотров: 1072

ҒӘБИТОВ Фәтих Ғәбит улы [15.3. 1910, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Аҙналы а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) — 8.9.1990, шунда уҡ], халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1923 й. алып Белорет р‑нында эшләй: 1939—41 йй. “Боғанаҡ” к‑зы бригадиры, 1946—51 йй. рәйесе; 1941 й. — “Яҡтылыҡ” к‑зы, 1942 й. Әзекәй а/с рәйесе, 1943 й. башлап КПСС‑тың район ком‑ты хеҙм‑ре, 1954—65 йй. Аҙналы а. клубы мөдире. Ғ. башҡарыу сәнғәте үҙенсәлекле булыуы, импровизация һәләте м‑н айырыла; уның бейеүенә еңеллек һәм олпатлыҡ хас була. Репертуарында “Байыҡ”, “Перовский” һ.б. Унан яҙып алынған ҡайһы бер бейеү хәрәкәттәренең исемдәре башҡ. халыҡ хореографияһы терминологияһына ингән. Шулай уҡ ҡурайҙа һәм скрипкала башҡ. халыҡ көйҙәрен (“Тәфтиләү”, “Уйыл”, “Ялан Йәркәй” һ.б.) уйнаған.

Әҙәб.: Н а г а е в а Л.И. Танцы восточных башкир. М., 1981.

 

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: