Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГӘРӘЕВА Фая Сәхип ҡыҙы

Просмотров: 1035

ГӘРӘЕВА Фая Сәхип ҡыҙы (31.8.1931, БАССР-ҙың Дүртөйлө р-ны Иҫке Яндыҙ а. – 10.9.2001, Өфө), бейеүсе. РСФСР-ҙың (1981) һәм БАССР-ҙың (1977) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. 1951—71 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы, 1981—86 йй. художество етәксеһе; 1971 й. алып — Өфө Пионерҙар һарайының бейеүселәр коллективы, 1975—81 йй. “Шатлыҡ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе. Дәртлелеге, музыкаллеге һәм артислыҡ маһирлығы уның бейеүҙәренә етеҙлек һәм сағыулыҡ өҫтәй. “Гөлнәзирә”, “Дуҫлыҡ”, “Кейәү егет” (“Жених”), “Йәш йөрәктәр”, “Мөғлифә”, “Һыу буйында осрашыу”, “Шаян ҡыҙҙар”, “Яҙғы ташҡын” һ.б. бейеүҙәрҙе яңғыҙ башҡара. “Ҡыр ҡаҙҙары”, “Сәскә атҡан яҡ” бейеүҙәрен ҡуя. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡҡ. БАССР мәҙәниәт көндәрендә ҡатнаша. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Вена, 1959) лауреаты. 2010 й. Дүртөйлө р‑нында Г. ис. бейеү фестивале ойошторола.

Әҙәб.: Докучаева А.А. Созвездие талантов. Уфа, 2009.

Тәрж Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: