Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘСКӘРОВ Фәйзи Әҙһәм улы

Просмотров: 1396

ҒӘСКӘРОВ Фәйзи Әҙһәм улы (21.10.1912, Бөрө ҡ. — 18.6.1984, Өфө), балетмейстер, бейеүсе. РСФСР-ҙың (1955) һәм БАССР-ҙың (1944) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. СССР-ҙың Ҙур театры эргәһендәге хореография техникумында уҡыған (1928—32; педагогы И.А.Моисеев). 1932—37 йй. Башҡ. театр-художество уч‑щеһында уҡыта, бер үк ваҡытта БАДТ һәм Өфө урыҫ драма театры балетмейстеры; 1932 һәм 1934 йй. Ленинград хореография уч-щеһының милли бүлегенең башҡ. төркөмөнә һайлап алыу һәм ҡабул итеү комиссияһы етәксеһе; 1937—38 йй. СССР халыҡ бейеүҙәре ансамбле (Мәскәү) солисы. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең (1988 й. алып уның исемен йөрөтә) ойоштороусыһы һәм 1939—70 йй. (өҙөклөк м-н) художество етәксеһе (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле). 1945—51 йй. ТАССР йыр, бейеү һәм муз. ансамбле һәм Татар опера һәм балет театры (икеһе лә — Ҡазан) балетмейстеры, баш балетмейстеры, 1957—58 йй. БДОБТ-ның баш балетмейстеры. Беренсе проф. башҡ. бейеүсеһе, Башҡортостандың сәхнәлә бейеү сәнғәтенә нигеҙ һалыусы, башҡ. бейеү эстрадаһының классик репертуарын төҙөүсе. Башҡ. фольклорын бик яҡшы белгән Ғ. үҙенсәлекле бейеүгә яңы художестволы хореографик тема һәм сәхнә формалары индерә. Беренселәрҙән булып башҡ. халыҡ бейеүҙәрен өйрәнә һәм халыҡ бейеүҙәренә хас үҙенсәлекле һыҙаттарҙы, милли характерҙы һаҡлап эшкәртә: “Бишбармаҡ”, “Гөлнәзирә”, “Дуҫлыҡ”, “Зарифа”, “Биҙрә менән бейеү”, “Шаян ҡыҙҙар” һ.б. Уның тарафынан “Байыҡ” бейеүенең тарихи формаһы яңыртыла. Башҡ. бейеү фольклоры мотивтары “Аулаҡ өй”, “Башҡорт яугиры”, “Бөрйән уйындары”, “Ете ҡыҙ”, “Өс туған”, “Төньяҡ амурҙары” һ.б. постановкаларында сағылыш таба. “Бесәнселәр”, “Ғашиҡ төҙөүселәр”, “Колхоз фермаһында” хореографик композициялары — яңы темаларҙы художестволы кәүҙәләндереүҙең сағыу өлгөһө. Ғ. байтаҡ әҫәрҙәре Рәсәй һәм донъя халыҡтары бейеүҙәренең автор варианты булып тора: белорус (“Крыжачок”, “Лявониха”), мари (“Кис ҡапҡа төбөндә” – “Вечером у калитки”, “Тау мариҙары бейеүе” – “Горно-марийская пляска”), урыҫ (“Кадриль”, “Аҡлан” – “Полянка”), татар (“Кейәү егет”), украин (“Гопак”) һ.б. БДОБТ-ла беренсе балет спектаклдәренә (“Сыңрау торна”, А.С.Ключарёвтың “Тау риүәйәте” — “Горная быль”, Н.Ғ.Йыһановтың “Зөһрә” — “Зюгра”) либретто яҙған һәм сәхнәгә ҡуйған Ғ. башҡ. балеты эстетикаһына ҙур йоғонто яһай. Беренсе быуын балет артистары һәм ансамбль бейеүселәренең ижади үҫешенә булышлыҡ итә. БАССР-ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1967). “Почёт Билдәһе” орд. м-н бүләкләнгән (1967). Өфөлә Ғ. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Хеҙм.: Башкирские танцы. Уфа, 1958.

Әҙәб.: Хайруллин Р.Х. Башкирский ансамбль народного танца. Уфа, 1966.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.01.2020
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр:
Связанные статьи: