Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГРИГОРОВИЧ Юрий Николаевич

Просмотров: 903

ГРИГОРОВИЧ Юрий Николаевич (2.1.1927, Ленинград), балет артисы, балетмейстер. Рәсәй художество акад. почётлы ағзаһы (2004). СССР‑ҙың (1973), РСФСР‑ҙың (1966) һәм БР‑ҙың (1996) халыҡ артисы. Соц. Хеҙмәт Геройы (1986). Проф. (1973). Ленинград хореография уч‑щеһын (1946; педагогтары А.А.Писарев, Б.В.Шавров), ГИТИС‑ты (1965 й.) тамамлаған. 1946 й. алып С.М.Киров ис. Ленинград опера һәм балет театры солисы, 1962 й. — балетмейстеры; 1964—95 йй. һәм 2001 й. башлап Рәсәй Ҙур театрының баш балетмейстеры, бер үк ваҡытта 1988 й. алып Мәскәү хореография акад. хореография һәм балет ғилеме каф. мөдире, 1991—94 йй. “Юрий Григорович балет” труппаһының художество етәксеһе. БДОБТ сәхнәһендә П.Гертелдең “Файҙаһыҙ һаҡлыҡ” – “Тщетная предосторожность” (1993), Л.Ф.Минкустың “Дон Кихот” (1995), П.И.Чайковскийҙың “Аҡҡош күле” (“Лебединое озеро”; 1994) һәм “Щелкунчик” (1996) балет постановкаларын (бөтәһе лә — үҙ редакцияһында) ҡуя. Ленин пр. (1970), СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1977, 1985), РФ‑тың әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт пр. (2017) лауреаты.

Һ.С.Сәйетов

 Тәрж. Х.Х.Минһажетдинова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: