Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДАУҠАЕВ Марат Фуат улы

Просмотров: 1067

ДАУҠАЕВ Марат Фуат улы (12.9.1952, Өфө), балет артисы. РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1983). Пермь хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1973; педагогы Ю.И.Плахт) БДОБТ, 1974 й. алып Пермь опера һәм балет театры, 1977 й. – Мариин театры (С.‑Петербург) солисы. 1997 й. башлап АҠШ‑та йәшәй һәм эшләй.

Д. бейеүенә сағыу индивидуаллек, виртуоз оҫталыҡ хас, эске дәрт һәм баҫалҡы күркәм алымдарҙың берләшеүе м‑н айырылып тора. БДОБТ сәхнәһендә төп партиялары: Үҫмер (“Шопениана”; дебют, 1973), Альберт (“Жизель”, А.Адан), Дезире (“Йоҡоға талған һылыу” — “Спящая красавица”), Зигфрид (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”), Принц (“Щелкунчик”; бөтәһе лә — П.И.Чайковский), Базиль (“Дон Кихот”, Л.Ф.Минкус) һ.б. Халыҡ‑ара балет артистары конкурсы (Варна ҡ., Болгария, 1972), РСФСР‑ҙың М.И.Глинка ис. Дәүләт пр. (1977) лауреаты.

Н.А.Жиленко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: