Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ЕТЕ ҠЫҘ”, йыр

Просмотров: 1707

ЕТЕ ҠЫҘ”, 1) башҡ. халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Тәүге тапҡыр 1939 й. Белорет р‑нда Л.Н.Лебединский тарафынан Ҡ.Әхмәтйәновтан яҙып алына, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫыла. Көй һәм легенда варианттарын М.М.Вәлиев, З.Ғ.Исмәғилев, Ф.Х.Камаев, А.С.Ключарёв, Ғ.З.Сөләймәнов, Х.Ф.Әхмәтов яҙып ала. Лирик‑драматик характерҙағы йыр. Баймаҡ р-ны Иҫән а. Х.Исламов К.М.Дияровҡа һөйләгән версия б‑са, йыр 16 б. 1‑се ярт. барлыҡҡа килгән. Легендала ҡаҙаҡтар тарафынан урланған һәм һуңынан уларҙан ҡасҡан апалы-һеңлеле ете ҡыҙ т‑да һөйләнелә. Ҡамыш араһында ҡыуғындан йәшенгән ваҡытта алтыһы һәләк була. Легенданың 2‑се вариантында, ҡарт кешеләргә кейәүгә сығырға теләмәйенсә, күлдә батып үлгән ете ҡыҙ т‑да һүҙ бара. Поэтик текст ошо ҡыҙҙарға ғашиҡ булған егет монологы формаһында ҡоролған. Йыр көйөнә йомшаҡ, түбәнәйә барыусы интонация, тыйнаҡ темп һәм йәшерен драматизм хас. Йыр текст м‑н дә, инструменталь бейеү пьесаһы булараҡ та йәшәп килә. “Е.ҡ.” фп. м‑н тауыш һәм аккомпанемент м‑н хор өсөн — Әхмәтов, фп. һәм тауыш өсөн — Х.Ш.Заимов, инструменталь ансамбль өсөн — Т.Ш.Кәримов, оркестр өсөн К.Й.Рәхимов эшкәртә. “Е.ҡ.” көйө “Сыңрау торна” балетында һәм Вәлиевтең “Бейеү сюита”һында (“Танцевальная сюита”) файҙаланыла.

 

 

 

 

 

 

 

 

2) Башҡ. лирик бейеүе. Проф. сәхнәгә тәүге тапҡыр Ф.Ә.Ғәскәров ҡуйыуында 1941 й. сыға. Башҡ. ҡатын‑ҡыҙының милли характер һыҙаттарын тулыһынса сағылдырған бейеүҙә ете ҡыҙ ҡатнаша. Бейеү тыйнаҡ, ипле, йомшаҡ, киҫкен хәрәкәтһеҙ; тура кәүҙә, ғорур күтәрелгән баш һәм аҫҡа йүнәлтелгән ҡараш м‑н башҡарыла. Ҡул һәм кәүҙә хәрәкәттәрендә, һәр бер фигура башҡарылыуында абсолют синхронлыҡҡа өлгәшелә. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле репертуарында төп бейеүҙәрҙең береһе. Ғәскәров ҡуйыуында “Е.ҡ.” СССР-ҙың Халыҡ бейеүҙәре ансамбле (художество етәксеһе И.А.Моисеев) репертуарына ингән.

Әҙәб.: Нагаева Л.И. Танцы восточных башкир.М., 1981.

И.Х.Хәбиров

Тәрж. Ә.Х.Ҡоҙабаева

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019