Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕЛОРЕТ ҠАЛА МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ

Просмотров: 866

БЕЛОРЕТ ҠАЛА МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ, 1931 й. Металлургтарҙың мәҙәниәт һәм техника йорто булараҡ асыла, 1996 й. алып Белорет металлургия комбинатының бүлендек пр‑тиеһы “Досуг” ЯСЙ, 2003 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 700 урынлыҡ тамаша залы, китапханаһы, бейеү һәм спорт залы, түңәрәк эштәре өсөн бүлмәләре бар. Мәҙәниәт йортонда 30 үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективы һәм 20 ҡыҙыҡһыныу буйынса клуб эшләй: урыҫ йыры хоры (1972 й., 1975 й. алып “халыҡ” исемен йөрөтә; етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре В.М.Мошенец), академик хор (1981 й., 1987 й. алып “халыҡ”; етәксеһе А.Т. Гайдаренко), тынлы оркестр (1933 й., 1983 й. алып “халыҡ”; етәксеһе М.В. Мөхәмәтдинов ), “Илһам” бейеү театры (1981 й., 1989 й. алып “халыҡ”; етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре И.Д.Михайлова), “Забава” балалар бейеү коллективы (1995 й., 1997 й. алып “өлгөлө”; етәксеһе К.А.Сагарда), башҡ. драма театры (1971 й., 1973 й. алып “халыҡ”; етәксеһе Г.Н. Ғилманова) һ.б. Мәҙәниәт йортонда йыл һайын Ю.В.Рыбаков ис. бейеү байрамы (1996 й. алып), брейк‑бейеү б‑са асыҡ республика беренселеге (2001 й. алып), КВН уйындары (2004 й. алып) һ.б. үткәрелә. Мәҙәниәт йорто — 20 б. 2‑се ярт. архитектура ҡомартҡыһы.

С.Д.Фазылова

Тәрж. Г.С.Балтабаева


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019