Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘНЕКӘЕВ Таң Ғүмәр улы

Просмотров: 1460

ЙӘНЕКӘЕВ Таң Ғүмәр улы (1.10.1948, Өфө ҡ.), сценограф. РФ‑тың халыҡ рәссамы (2021), РФ‑тың (1994) һәм БАССР‑ҙың (1980) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Рәссамдар союзы ағзаһы (1977), Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. В.И.Суриков исемендәге Мәскәү художество институтын тамамлаған (1975; педагогтары: В.Ф.Рындин, М.М.Курилко). 1973 й. алып Башҡ. дәүләт академия драма театрының рәссам‑ҡуйыусыһы, 1980 й. — баш рәссамы, 2000 й. башлап М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрының баш рәссамы. БР‑ҙың һәм РФ‑тың төрлө театрҙарында 200‑ҙән ашыу спектаклде биҙәй. Классик һәм башҡ. халыҡ сәнғәте традицияларын яраштырып, театр постановкаларының биҙәлешен бер бөтөн итеп формалаштырған метафоралы образ тыуҙыра. Уның оҫталығы айырыуса Башҡ. дәүләт академия драма театрының спектаклдәре биҙәлешендә асыҡ сағыла: М.Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” (1977), “Диктаторға ат бирегеҙ!” (1982), “Ай тотолған төндә” (1992); М.Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы буйынса Р.В.Исрафиловтың “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..”; Н.Асанбаевтың “Ҡыҙыл паша” (1982); Ф.Кроммелинктың “Иҫ китмәле мөгөҙлө шәп ир” (“Великодушный рогоносец”, 1994); Ф.М.Бүләковтың “Бибинур, ах, Бибинур!..” (1995). Опера һәм балет театрында опера һәм балет спектаклдәренә декорациялар авторы: Э.Григтың “Пер Гюнт” (1983), В.И.Флейшман–Д.Д.Шостаковичтың “Ротшильд скрипкаһы” (“Скрипка Ротшильда”, 1987) һ.б. 1972 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәһе – Ырымбург ҡ. (2014). Эштәре Нестеров М.В. исемендәге Башҡ. дәүләт художество музейы, А.А.Бахрушин исемендәге театр музейы (Мәскәү ҡ.) коллекцияларында һаҡлана. “Туғанлыҡ” (Өфө ҡ., 1996; Гран-при) фестивале лауреаты, “Урыҫ комедияһы” (“Русская комедия”, Дондағы Ростов ҡ., 2010) Бөтә Рәсәй театр фестивале дипломанты. РФ‑тың Дәүләт премияһы (1996), Ғ.Сәләм исемендәге премия (1981) лауреаты.

Л.С.Фәрзетдинова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: 1. Т.Ғ.Йәнекәев. 2. Ф.М.Бүләковтың “Бибинур, ах, Бибинур!..” спектакленә декорациялар эскизы.

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.08.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: