Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ ҠАЛА МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ

Просмотров: 1170

ӨФӨ ҠАЛА МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ. 1982 й. ВЛКСМ‑дың 40 йыллығы ис. Өфө синтетик спирт з‑дының мәҙәниәт һарайы булараҡ асыла, 1994 й. алып “Уфаоргсинтез” ААЙ‑ның мәҙәниәт һарайы, 1999 й. — “Синтез” мәҙәниәт һарайы, 2000 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 1100 урынлыҡ тамаша залы, хор класы, хореография һәм спорт залдары, ҡышҡы баҡсаһы, кафеһы бар. Мәҙәниәт һарайында проф. ижад һәм үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективтары эшләй: тынлы оркестр (2000; етәксеһе Б.И.Вассемирский), йыр театры (етәксеһе – БР‑ҙың атҡ. артисы Ф.Г.Абдуллина), “Любава” урыҫ йыры ансамбле (1992 й, 1998 й. алып “халыҡ” исемен йөрөтә; етәксеһе Р.М.Ғәлиуллин), “Дуҫтар” спорт‑хореография студияһы (1982 й; 1985 й. алып “халыҡ”; етәксеһе Н.Ф.Петрук), “Радость” бал бейеүе ансамбле (1981 й, 1996 й. алып “халыҡ”; етәксеһе – БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Л.Г.Валяс), “Звёздный час” эстрада бейеүе театры (1987 й, 1999 й. алып “өлгөлө”; етәксеһе Л.Г.Смирнова), “Огонёк” ветерандар хор-клубы (2002, етәксеһе В.Г.Порываева) һ.б.; футбол, волейбол, бокс секциялары һәм “Айседора” художестволы гимнастика студияһы (спорт секторы мөдире В.З.Хәйҙәров). Мәҙәниәт һарайында респ. һәм ҡала саралары, БР‑ҙың, РФ‑тың һәм сит илдәрҙең проф. башҡарыусылары концерттары, үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарының ҡала смотрҙары, спорт турнирҙары һ.б. үткәрелә.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019