Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘРҒӘЛИЕВ Фәрит Рәшит улы

Просмотров: 1194

ЙӘРҒӘЛИЕВ Фәрит (Борис) Рәшит улы (16.7.1952, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Сибай ҡсб, хәҙер Сибай ҡ., — 12.7.2020, Өфө ҡ.), рәссам. БР‑ҙың атҡаҙанған рәссамы (2002). Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). Новосибирск художество училищеһын тамамлаған (1988; педагогтары В.М.Гранкин, А.С.Чернобровцев). 1973 й. алып Новосибирск ҡ. төрлө художество оҫтаханалары, 1988—94 йй. Башҡортостан ижади‑производство комбинаты рәссамы. Станокта башҡарылған рәсем сәнғәтендә һәм графика өлкәһендә эшләй. Ижади алымының стилистик үҙенсәлеге — кинәйә, ассоциатив тел һәм символизм. Башҡорттарҙың боронғо тамғалар (ҡара: Тамға) системаһына нигеҙләнеп, рәссам милли орнамент элементтарына, мәжүси символдар һүрәттәренә яңы мәғәнә һала һәм үҙенең әҫәрҙәрендә уларҙы тәбиғи берләштерә. Й. эштәрендә төҫтәр предмет‑матди ысынбарлыҡтан арынып, айырым фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә була. “Мәңгелек тураһында уйҙар” (1990), “Ҡыпсаҡ тамғалары” (1995), “Йыһан тураһында” (2002) эштәрендә башҡ. халҡының космологик һәм мифологик ҡараштары һүрәтләнә; “Салауатҡа арнау” картинаһында (1991), “Сибай” (1991—92) циклында, “Минең ҡыпсаҡтарым” (1993; ҡағыҙ, гуашь) графика серияһында, “Ауыл лирикаһы” (2010) картинаһында рәссамдың тыуған ер тарихы һәм халҡы яҙмышы тураһында уйҙары сағыла. Байтаҡ эштәре авторҙың эске тәрән кисерештәрен күрһәтә: “Өләсәйем иҫтәлегенә арнайым” (1997), “Джаз‑лирика” (1999), “Тормошомдоң бер йылы” (2002), “Төн уртаһындағы блюз” (2010), “Айҙың икенсе яғы” (2012). “Һары бейә” художество төркөмө (1989), “Артыш” ижади берекмәһе ағзаһы (2002). 1980 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. 17‑ләп шәхси күргәҙмәһе (1992 й. алып) Өфө, Новосибирск, Силәбе ҡҡ. ойошторола. Эштәре БДХМ, “Сити Арт” (Нью-Йорк ҡ., АҠШ), “Маджесс‑Рифей” (Лондон) галереялары, Новосибирск дәүләт художество музейы, Силәбе өлкә картина галереяһы, Калиниград өлкә музейының “Художество галереяһы” һ.б. коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Фарид Ергалиев. Живопись. Графика: каталог. Уфа, 2002.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Ә.Ғ.Йәнбухтина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.10.2021