Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕФИМОВА Аделаида Александровна

Просмотров: 1147

ЕФИМОВА Аделаида Александровна (30.7.1929, Түб. Новгород крайы Гагино а.), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1979). М.И.Калинин ис. Мәскәү художество-сәнәғәт уч‑щеһын тамамлаған (1953). 1963—84 йй. «“Ағиҙел” башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсебе» ПБ‑нда, 1994—96 йй. “Горлица” производство пр‑тиеһында (икеһе лә — Өфө) рәссам. Респ. тәү башлап башҡ. милли орнаменты (ҡара: Биҙәү-ҡулланма сәнғәте) мотивтары б‑са сигеүле әйберҙәрҙең эскиздарын эшләй. Е. эштәренә тематик төрлөлөк, төҫтәрҙең нескә ярашыуы, төрлө туҡымалар (бәрхәт, буҫтау һ.б.) ҡулланыу хас. 1969 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. РСФСРҙың Урындағы сәнәғәт министрлығы конкурсы лауреаты (Мәскәү, 1978); РСФСР авт. республикаларының һынлы сәнғәт күргәҙмәләре дипломанты (Мәскәү; 1969, 1971). Эштәре “Ағиҙел” ДУП‑ы музейында, Милли музейҙа, Рус музейында (С.‑Петербург) һаҡлана.

Ф.Ф.Джакели

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: