ДӘҮЕШЕВ Асаф Исмәғил улы
ДӘҮЕШЕВ Асаф Исмәғил улы (5.4.1932, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Ахун а. — 16.4.2006, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән), хормейстер. РСФСР‑ҙың (1980) һәм БАССР‑ҙың (1970) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Башҡ. муз. уч‑щеһын (1958; А.Н.Болотов класы), ӨДСИ‑не (1976; Л.К. Лаврова класы) тамамлаған. 1958 й. алып Башҡ. филармонияһы хормейстеры, 1960 й. — Башҡ. респ. халыҡ ижады йортоноң өлкән методисы, 1961 й. — М.И.Калинин ис. мәҙәниәт һарайының хор коллективы һәм башҡ. ансамбле етәксеһе, 1969—99 йй. “Мотор эшләүсе” мәҙәниәт һарайының халыҡ башҡ. хор капеллаһы етәксеһе (бөтәһе лә — Өфө). 30‑ҙан ашыу вокальхор әҫәре, ш. иҫ. Ш.Бикҡол һүҙҙәренә “Яңы йыл йыры”, Ҡ.Даян шиғырҙарына “Башҡортостан” һәм “Беҙҙең ил”, Н.Иҙелбай һүҙҙәренә “Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ”, ш. уҡ З.Ғ.Исмәғилев, А.С.Ключарёв, Р.М.Яхин һ.б. йырҙарының хор өсөн эшкәртмәләре авторы. Д. етәкселек иткән хор капеллаһы Бөтә Союз хеҙмәтсәндәренең үҙешмәкәр сәнғәт ижады фестивале лауреаты була (Мәскәү, 1976). Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә ҡатнашаа (Мәскәү, 1957).
Тәрж. Р.Р.Абдрахманов