Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОРДЖОНИКИДЗЕ С. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ

Просмотров: 1713

ОРДЖОНИКИДЗЕ С. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ. Өфө нефть эшкәртеү з‑ды ҡарамағында 1956—99 йй. Өфөлә эшләй. 830 һәм 200 урынлыҡ 2 тамаша залы, грим, костюм бүлмәләре, хор кластары, спорт һәм бейеү залдары, уҡыу залы м‑н китапханаһы, түңәрәк эштәре өсөн бүлмәләре, хеҙмәт даны музейы була. Мәҙәниәт һарайында 31 үҙешмәкәр сәнғәт ижады кол‑ лективы һәм 24 ҡыҙыҡһыныу буйынса клуб эшләй: “Весенние голоса” хоры (1971, 1975 й. “өлгөлө” исемен ала; етәксеһе – БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Т.А.Андреева), урыҫ йыры хоры (1983, 1986 й. алып “халыҡ”; етәксеһе – БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Г.С.Семёнов), “С песней по жизни” вокаль-инструменталь ансамбле (1976, 1985 й. алып “халыҡ”; етәксеһе – БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Ә.Д.Халиҡов), “Калинка” бал бейеүе ансамбле (1969, 1971 й. алып “халыҡ”; етәксеһе Р.Ф.Кондусова), “Узоры” халыҡ бейеүе ансамбле (1983, 1989 й. алып “халыҡ”; етәксеһе – БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Л.П.Алябушев), “Нарспи” сыуаш фольклор ансамбле, башҡ. театры (1956, 1961 й. алып “халыҡ”; етәксеһе – Ә.Ә.Әсләмов) һ.б. Хәҙ. мәҙәниәт һарайы бинаһы Нефть техник университеты ҡарамағында.

С.Д.Фазылова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019