Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДИЛМӨХӘМӘТОВ Ишмулла Ишҡәле улы

Просмотров: 1803

ДИЛМӨХӘМӘТОВ Ишмулла Ишҡәле улы (15.9.1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Яҡуп а., хәҙ. БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Иҫке Яҡуп а., — 19.10.1984, Өфө), ҡурайсы, йырсы, актёр. РСФСР‑ҙың атҡ. (1975), БАССР-ҙың халыҡ (1973) артисы. 1943—49 йй. Баймаҡ колхоз‑совхоз театры (ҡара: Сибай башҡорт драма театры), 1953 й. алып БАДТ актёры, 1966—84 йй. Башҡ. филармонияһы ҡурайсыһы. Уникаль виртуоз ҡурайсы, йырсы‑импровизатор Д., боронғо оҫта ҡурайсылар кеүек, ҡурайҙа өзләү ҡушып уйнау хас була. Көслө һәм үҙенсәлекле тембрлы тауышҡа эйә булған. Репертуарында башҡ. халыҡ йырҙары һәм көйҙәре, ш. иҫ. “Буранбай”, “Ғилмияза”, “Зөлхизә”, “Сыңрау торна”, “Таштуғай”, “Турат сағылы”, “Урал”, “Хисам”, “Шафиҡ”. Романтик амплуа актёры булараҡ, Д. байтаҡ лирик образдар ижад итә: Шәрәф (“Аҫылйәр”, М.Фәйзи), Булат (“Зәңгәр шәл”, К.Ғ.Тинчурин), Надир (“Ҡара сәскәләр”, С.Ямал) һ.б. “Аҡмулла”, “Ҡаһым түрә”, “Урал илселәре” опералары либреттоһы, үҙ һүҙҙәренә яҙған “Йылайырым”, М.Йәлил һүҙҙәренә “Йырҙарым”, Т.Морат һүҙҙәренә “Һайра, һары һандуғасым!” һ.б. йырҙар авторы. СССР‑ҙа һәм сит илдәрҙә (Венгрия, Италия, Франция, Швеция, Япония һ.б.) гастролдәрҙә булған. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. (1974), Ғ.Сәләм ис. пр. (1970) лауреаты. Өфөлә Д. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған; Баймаҡ ҡ., Юлдыбай, Иҫке Яҡуп аа. урамдарға ҡурайсының исеме бирелгән; тыуған ауылында Д. музейы ойошторолған (2001). 1990 й. уның ис. призға Респ. ҡурайсылар конкурсы ойошторола. Д. тормошо һәм ижады т‑да “Ишмулла Дилмөхәмәтов” (“Ишмулла Дильмухаметов; 1992, “Башҡортостан” к/ст; сценарисы һәм реж. Ә.Ғ.Абдразаҡов, операторҙары А.К.Биктимеров, И.Һ.Ғәлиуллин, Э.М.Заһиҙуллин) документаль фильмы төшөрөлгән.

Әҙәб.: Шәкүр Р. Урал тауышы //Сыңрау торналар иле. Өфө, 1996; Ишмулла Дилмөхәмәтов/ төҙ. Ә.Дилмөхәмәтова. Өфө, 2008.

Ю.И.Ғәйнетдинов, Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Шәхестәр:
Связанные статьи: