Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒИНИӘТУЛЛИН Талха Йомабай улы

Просмотров: 1426

ҒИНИӘТУЛЛИН Талха Йомабай улы [(урыҫса баҫмаларҙа псевдонимы: Анатолий Генатулин) 20.4.1925, БАССР-ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Ураҙ а. (БР‑ҙың Учалы районы) — 7.11.2019, шунда уҡ], яҙыусы. БР-ҙың халыҡ яҙыусыһы (2010). БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1978). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаған (Мәскәү ҡ., 1966). 1955 й. алып Мәскәү ҡ. йәшәй. “Мышағыр” (“Рябиновая гора”) исемле тәүге китабы 1969 й. сыға. Ғ. күп әҫәрҙәре автобиографик характерҙа. “Айыуташ” (“Аюташ”; 1975), “Минең алтын бишегем” (“Золотая моя колыбель”; 1984), “Тау артында ниҙәр бар” (1997) һ.б. китаптарына ингән әҫәрҙәрендә башҡорт халҡының рухи бөйөклөгө, тәрән аҡылы күрһәтелгән. Ғ. ижадында Бөйөк Ватан һуғышы темаһы ҙур урын алып тора [“Атака” (1982); “Ҡурҡыу” — “Страх”, “Һарыҡташтар араһында” — “Среди валунов” (икеһе лә — 1989) повестары]. “Туннель” (1985) һәм “Ҡамау” (“Загон”; 1990) повестары нигеҙендә — фронтовиктарҙың һуғыштан һуңғы ауыр тормошо. Ғ. әҫәрҙәрен башҡ. теленә Ә.М.Әминев тәржемә иткән. Китаптары инглиз, немец, ҡытай, поляк һ.б. телдәрҙә баҫылып сыҡҡан. С.Т.Аксаков исемендәге премия лауреаты (2008). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3‑сө дәрәжә Дан (1944) ордендары менән бүләкләнгән. Ғ. исеме Ураҙ аграр лицейына бирелгән.

 Ә ҫ ә р ҙ.: Тыуған тупһа янында: повестар, хикәйәләр. Өфө, 1994; Нас остаётся мало: рассказы и повести. М., 1988; Вот кончится война: повести и рассказы. М., 2005.

 Әҙәб.: Башкирия в русской литературе. Т.6. Уфа, 2004.

С.Ғ.Сафуанов, Ә.М.Әминев

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

С.Ғ.Сафуанов, Ә.М.Әминев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.08.2022
Связанные темы рубрикатора: