КАЛИНИН М.И. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
КАЛИНИН М.И. ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО. “ӨМЭПБ” ААЙ‑ның Калинин М.И. ис. мәҙәниәт йорто 1933—2002 йй. Өфөлә эшләй (1956 й. тиклем ӨМЭЗ‑дең “Ударник” клубы; ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе). 690 һәм 400 урынлыҡ 2 тамаша залы, түңәрәк эше өсөн бүлмәләр, грим бүлмәләре, методик кабинет була. Мәҙәниәт йортонда 17 үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективы эшләй: “Раздолье” урыҫ йыры хоры (1943, 1961 й. “халыҡ” исемен ала; етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Л.И.Богатырёва), башҡ. халыҡ бейеүҙәре ансамбле (1938, 1964 й. “халыҡ” исемен ала; етәксеһе — Р.Ф.Йыһанов), һүрәт төшөрөү студияһы (1949, 1964 й. “халыҡ” исемен ала; етәксеһе — А.Ш. Ҡоҙаяров) һ.б. Мәҙәниәт йортонда 2002 й. алып Мәскәү гуманитар университетының Өфө филиалы урынлаша.
С.Д.Фазылова
Тәрж. Р.Р.Абдрахманов