Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘНЕКӘЕВ Булат Һиҙиәт улы

Просмотров: 1236

ЙӘНЕКӘЕВ Булат Һиҙиәт улы (21.1.1942, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы 1‑се Моҡас а.— 28.4.2020, Өфө ҡ.), халыҡ музыканты, йырсы. БР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). 1959 й. алып Бөтә Рәсәй Һуҡырҙар йәмғиәтенең Белорет, 1979—2003 йй. Бәләбәй уҡыу‑производство предприятиеларында эшләй, бер үк ваҡытта 1992 й. башлап 1‑се балалар сәнғәт мәктәбендә, 2003—09 йй. башҡ. гимназияһында (икеһе лә – Бәләбәй ҡ.) уҡыта. Й. башҡарыу оҫталығы үҙенсәлекле булыуы менән айырылып тора. Халыҡ традицияларына таянып, йырлауҙы ҡурай һәм баянда уйнау менән тәбиғи берләштерә. Репертуарында башҡ. һәм тат. халыҡ йырҙары: “Кәкүк”, “Сибай”, “Һыр”, “Урал”, “Әллүки”; М.Ғ.Имашев, З.Ғ.Исмәғилев, М.Ә.Мозафаров, Р.М.Хәсәнов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. әҫәрҙәре. “Мостай маршы” инструменталь пьесаһы (2004) һәм башҡ., тат. шағирҙары һәм үҙ һүҙҙәренә яҙылған 300‑ҙән ашыу йыр, ш. иҫ. Р.Хәкимйәндең “Красноусол вальсы”, үҙ һүҙҙәренә “Бәләбәй уттары”, “Тыуған ауылым”, “Һағындым” йырҙары авторы. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар үҙешмәкәр сәнғәте смотры (1970), Бөтә Союз хеҙмәтсәндәр үҙешмәкәр художестволы ижады фестивале (1977; икеһе лә – Мәскәү ҡ.), Бөтә Рәсәй Һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан идаралығы республика үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙары (Өфө ҡ., 1974, 1989; Бәләбәй ҡ., 1987), “Еңеү яҙы” (“Весна Победы”) һәүәҫкәрҙәр ижады фестивале (Өфө ҡ., 1995), Халыҡ‑ара ҡурайсылар һәм йырсылар конкурсы (Ҡазан ҡ., 1998) лауреаты.

Әҙәб.: Шәкүр Р. Сыңрау торналар иле. Өфө, 1996.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.10.2022