Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒИМАҘИЕВ Үзбәк Ибраһим улы

Просмотров: 1070

ҒИМАҘИЕВ Үзбәк Ибраһим улы [5.8.1920, АСБР‑ҙың Табын кантоны Яңы Ҡарамалы а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 13.8.1987, Өфө], әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1985). Журналистар союзы ағзаһы. ВКП(б)-ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге Өлкә партия мәктәбен (Өфө, 1949), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1955) тамамлаған. 1941— 47 йй. (өҙөклөк м‑н) “За победу” (“Еңеү өсөн”; ҡара: “Аургазинский вестник”) гәз. эшләй, 1944—45 йй. ВКП(б)‑ның Ауырғазы район ком‑тының партия кабинеты мөдире. 1949— 52 йй., 1955—68 йй. “Кызыл таң” гәз. бүлек мөдире, мөхәррир урынбаҫары. 1968 й. алып БДУ‑ла эшләй (1981 й. башлап татар теле һәм әҙәбиәте каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге рев‑цияға тиклемге сатирик йүнәлештәге татар ваҡытлы матбуғатына, Ғәлимйән Ғ.Ибраһимов ижадына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Ә ҫ ә р ҙ.: “Ҡарсыға” — революцион‑демократик сатира журналы. Өфө, 1976; Талант һәм хеҙмәт: Ғалимьян Ибраһимов тураһында әҙәби‑публицистик мәҡәләләр. Өфө, 1982; Сила сатирического слова: роль и значение татарских сатирических журналов дооктябрьского периода в развитии национальной литературы. Казань, 1987.

Р.Ғ.Сибәғәтов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: