Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒҮМӘРОВ Фәйзи Муллағәли улы

Просмотров: 1341

ҒҮМӘРОВ Фәйзи Муллағәли улы (3.3.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Иҫке Хәлекәй а., хәҙ. БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Хәлекәй а. — 27.7.2002, ш. уҡ р‑ндың Стәрлебаш а.), шағир. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1986). Журналистар союзы (1957), Яҙыусылар союзы (1971) ағзаһы. Б.В. һуғышында, 1945 й. совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград юғары партия мәктәбен тамамлаған (1962). 1951 й. алып Стәрлебаш р‑нында комсомол һәм партия эшендә, 1956 й. ғин. — “Һәнәк” ж. хеҙм‑ре, 1956 й. авг. — 58 й. “Кызыл таң” гәз. үҙ хәбәрсеһе, 1962 й. башлап “Ленинский путь” (“Ленин юлы”; ҡара: “Туймазинский вестник”) гәз. мөхәррир урынбаҫары, 1965—87 йй. “Путь Ленина” (“Ленин юлы”; ҡара: “Стерлибашевские родники”) гәз. мөхәррире. Балалар өсөн яҙылған “Алһыу сәскәләр” исемле тәүге шиғырҙар китабы 1965 й. сыға. Сатира һәм юмор жанры оҫтаһы булараҡ билдәле. “Улым, һиңә әйтәм...” (1970), “Ҡалҡыуыс” (1974), “Алтын шөрөп” (1991) йыйынтыҡтарына бюрократлыҡтан, ике йөҙлөлөктән һәм ялағайлыҡтан әсе көлгән сатирик һәм юмористик шиғырҙар, фельетондар һәм мәҫәлдәр ингән. “Йөҙ ҙә бер хикмәт” (1982), “Мең дә бер хикмәт” (2001) йыйынтыҡтарының нигеҙендә — авторҙың тормош асылы т‑дағы уйланыуҙары. Аҡмулла ис. пр. лауреаты (1995). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985). Стәрлебашта Ғ. исеме м‑н урам аталған, “Стәрлебаш шишмәләре” гәз. редакцияһы бинаһында уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Бер һөйөнөп, бер көйөнөп: лирика, сатира. Өфө, 1978; Йөрәк дауаһы: шиғырҙар, хикмәттәр, фельетондар. Өфө, 1986; Ҡыуанабыҙ — йыуанабыҙ: лирик һәм юмористик шиғырҙар, фельетондар. Өфө, 1996.

Әҙәб.: Хөсәйенов Ғ.Б. Әҫәрҙәр. Т.3. Яҙмышыма яҙғаны. Өфө, 2001.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: