Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДАСТАН

Просмотров: 1231

ДАСТАН (ғәр.), Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Урта һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия халыҡтары әҙәбиәте һәм фольклорындағы эпик жанр. Төрки телле классик әҙәбиәттә Д. айырым романтик (“Мөхәббәтнамә”, “Хөсрәү вә Ширин”), дини, өгөт‑нәсихәтле (“Гөлөстан бит‑төрки”, “Жөмжөмә солтан”) әҫәрҙәрҙе йәки ҙур эпик әҫәр бүлектәрен (мәҫ., Фирдәүсиҙең “Шаһнамә” әҫәренән) индерәләр. Д. күп осраҡта әкиәт, легенда һәм риүәйәт сюжетын әҙәби эшкәртеүгә ҡоролған. Теҙмә, сәсмә йәки теҙмә‑сәсмә формалары була. Д. геройҙы идеаллаштырыу, арттырып һүрәтләү, фантастик, мажаралы, мөхәббәт‑романтик сюжет һыҙыҡтары хас. Д. традицион темалары: бәхетһеҙ мөхәббәт, ватанды һаҡлау һ.б. Д. стилистик үҙенсәлектәренә дөйөм билдәле башланғыс һәм тамамланыу, даими эпитеттар, сағыштырыуҙар һ.б. инә. Башҡ. ауыҙ‑тел ижадында көнсығыш әҙәбиәтенән үҙләштерелгән сюжеттарға нигеҙләнгән Д. (“Ләйлә менән Мәжнүн”, “Сәйфелмөлөк”, “Таһир менән Зөһрә” һ.б.) йәшәп килә. Шулай уҡ Д. һәм ҡисса һыҙаттарын үҙ эсенә алған әҫәрҙәр (“Буҙйегет”, “Ҡиссаи Йософ” һ.б.) бар. Д. жанрына Ф.Һ.Туғыҙбаева, М.Һ.Уразаев һ.б. башҡ. яҙыусылары мөрәжәғәт иткән.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте антологияһы. 1-се т. ХIII—ХVIII быуаттар. Өфө, 1999; Башҡорт халыҡ ижады. 7-се т. Яҙма ҡисса һәм дастандар. Өфө, 2004.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: