Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОРОНҒО ТӨРКИ ӘҘӘБИӘТ

Просмотров: 2128

БОРОНҒО ТӨРКИ ӘҘӘБИӘТ, боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәрендә ижад ителгән әҫәрҙәрҙә сағылыш таба. Б.т.ә. өлгөләренең беҙгә тиклем килеп еткән иң боронғолары булып ҡәбер стелаларында һәм таштарында уйып яҙылған боронғо төрки руник яҙмалар (Орхон-Йәнәсәй ҡомартҡылары телендә яҙылған) һанала. Орхон ҡомартҡылары (8 б.) — Төрки ҡағанаты, Йәнәсәй (7—12 бб.) — Ҡырғыҙ ҡағанатының (6 б. 2-се яртыһы — 13 б. башы) мә ҙәни тормошо м‑н бәйле. Орхон текстары (Тонйоҡуҡҡа арналған ташъяҙма, Күлтәгингә арналған ташъяҙма, Билге ҡағанға арналған ташъяҙма һ.б.) дәүләт һәм хәрби эшмәкәрҙәрҙең батырлыҡтарына арналған тарихи-героик поэмаларҙы үҙ эсенә ала. Үлгәндәр исеменән яҙылған Йәнәсәй яҙмалары төрки телле эпитафия лирикаһының беҙгә тиклем килеп еткән тәүге өлгөләре һанала. Орхон-Йәнәсәй ҡомартҡыларының шиғри формаһы (ритмика, строфика, анафоралағы аллитерация) хәҙ. төрки халыҡтары поэзияһы үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Манихейлыҡ таралғас, Орхон й. буйындағы Уйғыр дәүләтендә боронғо уйғыр теленә тәржемә ителгән “Хуастуанифт” (“Манихейҙарҙың тәүбә ҡылыу доғалыҡтары”), “Маниға ҙур гимн”, “Таң алиһәһенә гимн” дүрт юллыҡтары кеүек әҫәрҙәр киң билдәлелек ала. Кешеләр һәм хайуандар тормошонан ысынбарлыҡтағы һүрәтләмәләр, мифик һәм әкиәти сюжеттар, тәбиғәт тасуирламалары, сентенцияларҙы үҙ эсенә алған “Ырҡ битиг” (“Күрәҙәлек китабы”) йыйынтығы төркиҙәрҙең исламды ҡабул итеүгә тиклемге донъяға ҡарашы хаҡында дөйөм мәғлүмәт бирә. Манихей йөкмәткеле әҫәрҙәрҙең ритмик ҡоролошо Орхон-Йәнәсәй текстарындағы кеүек. 8—13 бб. ҡытай, тибет һәм тохар телдәренән боронғо уйғыр теленә “Праджнянарамита” (“Аҡыл камиллығы”), “Раджававадака” (“Батшаларға нәсихәт”), “Суварнапрабхаса” (“Барыһынан да өҫтөнлөк иткән алтын ялтырауыҡ менән сағылған батша‑китап”; боронғо уйғыр теленә тәржемә иткәндә “Алтун ярук” — “Алтын ялтырауыҡ”) һәм башҡа. Будда трактаттары тәржемә ителгән. Уларға Буддаға арналған доғалар һәм гимндар, ш. уҡ Будда дине ҡушҡандарҙың аңлатмалары индерелгән. Б.т.ә. Көнсығыштағы башҡа халыҡтар әҙәбиәте м‑н киң бәйләнештә үҫешкән һәм был бәйләнештәр Урта Азияла төркиҙәрҙең йоғонтоһо көсәйгән һайын киңәйә. 11 б. аҙ. — 12 б. башында нигеҙенә Б.т.ә. һәм ғәрәп-фарсы поэтикаһы ятҡан классик төрки телле әҙәбиәт барлыҡҡа килә (ҡара: Көнсығыш әҙәбиәте).

Әҙәб.: Малов С.Е. Памятники древнетюркской письменности. М.; Л., 1951; Стеблева И.В. Поэтика древнетюркской литературы и её трансформация в раннеклассический период. М., 1976; История всемирной литературы. В 9 т. Т.2. М., 1984.

Ғ.С.Ҡунафин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019