Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘКШӘМБЕ МӘКТӘПТӘРЕ

Просмотров: 1368

ЙӘКШӘМБЕ МӘКТӘПТӘРЕ, эшләүсе үҫмерҙәр һәм өлкәндәр өсөн уҡыу йорттары; индивидуаль белем биреүҙе ойоштороу формаһы. Конфессиональ һәм дөйөм белем биреүсегә бүленәләр. Конфессиональ Й.м. (христиандарҙа — Й.м., мосолмандарҙа — йома, йәһүдтәрҙә — шәмбе) маҡсаты — дини‑әхлаҡи тәрбиә биреү, төп дини ҡағиҙә һәм йолалар м‑н таныштырыу. Рәсәйҙә православие Й.м. 18 б. 1‑се ярт. алып сиркәү мәхәлләләрендә, православие ҡорамдарында, дини семинарияларҙа, сиркәү‑мәхәллә училищеларында асыла. Изге Синод ҡарамағында булалар. Уҡыу программаһына Алла Ҡануны, изге тарих, граждан һәм сиркәү баҫмаһы китаптарын уҡыу, яҙыу, арифметика инә. 19 б. уртаһынан башлыса йәкшәмбе уҡыуҙары рәүешендә эшләй. Дөйөм белем биреү Й.м. 19 б. башында йәмғиәт һәм шәхси хәйриә аҡсаларына, атап әйткәндә, айырым эшҡыуарҙар тарафынан бәлиғ булмаған эшселәр һәм эшселәрҙең балалары өсөн асылған. 1860 йй. дәүләт мәғариф системаһына инә, рәсми рәүештә башланғыс мәктәптәргә тиңләштерелә. Халыҡ мәғарифы ҡарамағында булалар, земство һәм ҡала үҙидаралыҡ органдары, ауыл йәмғиәттәре һ.б. аҡсаһына тотолалар. 1864 й. башлап Й.м. эшмәкәрлеге уҡыу округтары хакимиәте һәм мәхәллә руханиҙары контроле аҫтына алына. Й.м. бөтә ҡатлам һәм милләт балалары ла ҡабул ителә. Уҡыу түләүһеҙ була, уҡытыусылар үҙ теләге м‑н эшләй. Дәрестәр ял һәм байрам көндәрендә, 19 б. аҙағында кис эштән һуң үткәрелә. Уҡыу программаһына Алла Ҡануны, уҡыу, яҙыу, арифметиканың башланғыс ҡағиҙәләре, тарих, геогр., тәбиғәт белеме инә; өҫтәмә рәүештә ш. уҡ төрлө һөнәрҙәр, ҡул эштәре, рәсем өйрәтелә. 1890 йй. Й.м. йәкшәмбе‑киске һәм киске мәктәптәр итеп үҙгәртелә, ш. уҡ түбәнге проф. һәм һөнәрселек Й.м. асыла, улар башланғыс һәм элементар техник (махсус предметтарҙы һайлау урындағы производстволар ихтыяжы м‑н билдәләнә) белем бирә. “Уҡыу йорттарында өлкән йәштәгеләр өсөн булдырылған дәрестәр тураһында ҡағиҙәләр”гә (1902) ярашлы, сәнәғәт һәм ҡала училищелары нигеҙендә юғары типтағы Й.м. асыу рөхсәт ителгән. Революциянан (1917) һуң Й.м. ябыла, уларҙы ликбездар (ҡара: Наҙанлыҡты бөтөрөү), грамота мәктәптәре һ.б. алмаштыра. 20 б. 90‑сы йй. башынан милли һәм конфессиональ Й.м. асыла. Башҡортостанда беренсе Й.м. 19 б. 2‑се ярт. һөргөнгә ебәрелгән поляктар тарафынан асыла һәм Өфө губернаһы ҡалаларында һәм ауылдарында (Бәләбәй, Бөрө, Златоуст, Стәрлетамаҡ, Өфө һ.б.) эшләй. 1900 й. Өфө губ. Халыҡ мәғарифы министрлығының – 15, Изге Синодтың 2 дөйөм белем биреү Й.м. була; Ырымбур губернаһында — 8 һәм 10. 1992 й. аҙ һанлы халыҡтарҙың туған телен һәм мәҙәниәтен тергеҙеү өсөн халыҡ депутаттарының Өфө ҡала советы “Милли йәкшәмбе мәктәптәрен асыу тураһында” ҡарар ҡабул итә. Милли Й.м. муниципаль бюджет иҫәбенә асыла; уларҙа өлкәндәр һәм балалар туған телен һәм әҙәбиәтен, үҙ халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен, йолаларын һәм традицияларын өйрәнә. 2002 й. БР Хөкүмәте “Башҡортостан халыҡтары” дәүләт программаһын раҫлай, уға ярашлы 2005 й. Мәғариф министрлығы, ҡалалар һәм райондар хакимиәте етәкселегендә туған телдәрҙе өйрәнеү б‑са Й.м. республика системаһы булдырыла. Өфөлә 12 — башҡ., грек, йәһүд, 2 мари, немец, поляк, сыуаш, татар, 2 украин, әрмән; Стәрлетамаҡ ҡ. – немец һәм сыуаш, Салауат ҡ. — украин Й.м. эшләй. Дини ойошмалар эргәһендә ш. уҡ конфессиональ Й.м. эшләй (ҡара: Дини белем биреү). БР‑ҙан ситтә башҡ. Й.м. Приморье крайында, Татарстанда, Төмән өлкәһендә, Удмуртияла һ.б. бар. 

Т.М.Әминев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019