Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕОЛОГОРАЗВЕДКА ТЕХНИКУМЫ

Просмотров: 993

ГЕОЛОГОРАЗВЕДКА ТЕХНИКУМЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1931 й. асыла. 1957 й. Октябрьский нефть техникумы (ҡара: Октябрьский нефть колледжы) м‑н берләштерелә. Уҡытыу көндөҙгө башҡ. (1935 й. тиклем) һәм урыҫ бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барылған: нефть, газ ятҡылыҡтары геологияһы һәм разведкаһы, файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын эҙләү һәм разведкалауҙың геофизик ысулдары, скважиналарҙы геофизик тикшереү ысулдары. Китапханаһы булған. 2 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. Тамамлаусылар араһында Г.П.Вдовыкин, М.Ғ.Моталов, М.А.Токарев, В.М.Янченко.

Р.Н.Хәзиәхмәтова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019