Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИЛЕШЕҮ НИГЕҘЕНДӘГЕ МӘКТӘПТӘР

Просмотров: 1168

КИЛЕШЕҮ НИГЕҘЕНДӘГЕ МӘКТӘПТӘР, яңы иҡтисади сәйәсәт осоронда эшләгән дөйөм белем биреү уҡыу йорттары. Нигеҙҙә эшсе, крәҫтиән, ҡыҙылармеец балалары ҡабул ителгән берҙәм хеҙмәт мәктәптәрендә (ҡара: Дөйөм белем биреү мәктәптәре) уҡыу мөмкинлегенән мәхрүм ителгән “эшсе булмаған элемент” балалары өсөн асылалар. Халыҡ мәғарифының урындағы органдары ҡарамағында булалар. К.н.м. уҡыу түләүле була. Түләү күләме ата‑әсәнең хеҙмәт хаҡына ҡарап билдәләнә; сауҙа һәм сәнәғәт пр‑тиеларынан килем алған кешеләрҙән, руханиҙарҙан иң юғары хаҡ алына. БАССР‑ҙа бөтәһе 600‑гә яҡын мәктәп асыла, атап әйткәндә, 1923—24 йй. — 170, 1926 й. 257 К.н.м. була. 1930—31 йй. дөйөм мәжбүри башланғыс белем индерелгәс, К.н.м. ябыла.

Әҙәб.: Развитие школьного образования Республики Башкортостан в ХХ веке. Уфа, 2001; Алмаев Р.З. Школьное образование в Башкирской АССР: история, достижения, традиции. Уфа, 2008.

Р.З.Алмаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019