Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘЛИЕВ Камил Абдрахман улы, йырсы

Просмотров: 1234

ВӘЛИЕВ Камил Абдрахман улы (25.5.1930, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Баҡырүҙәк ҡсб — 13.6.2016, Өфө, Сибай ҡ. ерләнгән), йырсы (лирик тенор). БАССР‑ҙың халыҡ (1987) һәм атҡ. (1971) артисы. М.И.Калинин ис. Мәскәү төҫлө металдар һәм алтын ин‑тын (1953), Гнесиндар ис. муз.‑пед. ин‑тын (Мәскәү, 1969; С.М.Хромченко класы) тамамлаған. 1959—69 йй., 1978—91 йй. Башҡ. филармонияһы солисы, 1988—90 йй. муз.‑әҙәби лекторийҙың баш режиссёры; 1969—73 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһы дир., 1993—97 йй., 2007—09 йй. уҡытыусыһы; 1973—78 йй. БДОБТ дир.; 1997—2007 йй. Сибай сәнғәт колледжы дир. (нигеҙ һалыусы), 2009—10 йй. уҡытыусыһы. Матур тембрлы һәм киң диапазонлы көслө тауыш эйәһе. Репертуарында — сит ил (Ж.Бизе, Дж.Верди, Г.Доницетти), урыҫ (А.Н.Верстовский, М.И.Глинка, А.Л.Гурилёв, А.С.Даргомыжский, П.И.Чайковский), башҡ. (Ш.Ш.Ибраһимов, З.Ғ.Исмәғилев, Р.М.Хәсәнов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б.) композиторҙары әҫәрҙәре. БДОБТ сәхнәһендә Зәйнулла (“Ағиҙел тулҡындары”), Гренише (“Корневиль ҡыңғырауҙары” — “Корневильские колокола”, Р.Планкет), Альфред (“Ярғанат” — “Летучая мышь”, И.Штраус) партияларында сығыш яһай. “Азамат”,“Ҡара юрға”, “Суҡ муйыл”, “Сыңрау торна”, “Ҡыр ҡаҙҙары” һ.б. башҡ. халыҡ йырҙарын башҡарыусы булараҡ билдәле. Ибраһимовтың Я.Ҡолмой һүҙҙәренә ижад ителгән “Уралым” хор миниатюраһында солист партияһын тәүге башҡарыусы. Ленинградта БАССР сәнғәте һәм мәҙәниәте (1970), Мәскәүҙә БАССР композиторҙарының муз. сәнғәте (1969, 1971) көндәрендә ҡатнаша. СССР, ГДР, Польша, Чехословакияла гастролдәрҙә була. Уҡыусылары араһында БАССР‑ҙың атҡ. артистары Ш.Ш.Хәмәҙинуров, БР-ҙың атҡ. артисы Б.Р.Байназаров, БАССР-ҙың атҡ. артисы  В.И.Мурзин бар. Респ. йәштәр фестивалдәре (1956, 1959) лауреаты. Салауат Юлаев (2007), Дуҫлыҡ (2011) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҫәрҙ.: Юлдарға урала йырҙар. Өфө, 1998; Жизнь, как песня. Плач журавля. Сыңрау торна. Сибай, 2013.

 В.Х.Әйүпова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019