Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ВАТАНДАШ”, журнал

Просмотров: 1583

“ВАТАНДАШ”, ижт.-сәйәси, фәнни-популяр һәм нәфис журнал. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. 1996 й. алып Өфөлә айына 1 тапҡыр башҡ., урыҫ (“Соотечественник”) һәм инглиз («Соmpatriot»; айырым текст һәм һығымталар) телдәрендә сыға. Тиражы — 1 мең дананан ашыу (2017). Журнал биттәрендә респ. тормошондағы соц.‑иҡт., ижт.‑сәйәси һәм рухи процестарҙы сағылдырған материалдар баҫыла. Шулай уҡ архив документтары, тарих, социология, философия, фольклор, этнография, тел белеме һ.б. б‑са фәнни мәҡәләләр; уҡыу йорттары, театр, музей, китапхана, БР‑ҙың ҡала һәм райондары, башҡорттар тупланып йәшәгән урындар һ.б. т‑да мәғлүмәттәр донъя күрә. Башҡ. һәм респ. башҡа халыҡтарҙың тарихи һәм мәҙәни үҫеше мәсьәләләре киң яҡтыртыла, дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек идеялары күтәрелә. Белем биреү һәм тәрбиә темаһы материалдары үҫеп килеүсе быуын т‑да хәстәрлек, йәмғиәттең рухи йәһәттән байығыуына булышлыҡ итеүсе идеялар м‑н һуғарылған. Рубрикалары: “Сәйәсәт”, “Иҡтисад”, “Ҡоролтай тауышы”, “Дәүләт һәм хоҡуҡ”, “Башҡортостан тәбиғәте”, “Әҙәби тәнҡит” һ.б. Баш мөхәррирҙәре: Ғ.Б.Хөсәйенов (1996 й. алып), Ф.В.Әхмәҙиев (2000 й. алып), А.Р.Юлдашбаев (2012 й. алып), Р.Р.Мәһәҙиева (2017 й. алып).

Р.З.Хажиев, Ф.В.Әхмәҙиев

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019