Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ВЕРСИЯ БАШКОРТОСТАНА”

Просмотров: 1522

“ВЕРСИЯ БАШКОРТОСТАНА” (“Башҡортостан версияһы”), социаль-хоҡуҡи гәзит. Ойоштороусыһы — Башинформ ААЙ. Өфө ҡ. аҙна һайын урыҫ телендә сыҡҡан. Тиражы — 10 мең дана (2011). 1990—2013 йй. БАССР‑ҙа Енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса ваҡытлы комитет, БАССР ЭЭМ‑ы һәм БАССР‑ҙың Дәүләт именлеге комитеты (октябрҙән алып) тарафынан нәшер ителгән; 1991 й. апреленән башлап республика гәзите — БССР‑ҙың Енәйәтселеккә ҡаршы көрәш комитеты, ЭЭМ һәм БССР‑ҙың Именлек министрлығы органы; 1992 й. авгусынан “Версия” республика мәғлүмәти‑хоҡуҡи агентлығы органы; 1994 й. хәҙерге статусын ала, 2003 й. алып хәҙерге исемен йөрөтә. Гәзит биттәрендә республикала енәйәтселеккә ҡаршы көрәш, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, халыҡҡа хоҡуҡ тәрбиәһе биреү мәсьәләләре яҡтыртылған; суд очерктары, суд залынан репортаждар, криминаль хроника һ.б. баҫылған. Рубрикалары: “Ситуация”, “Russian бизнес”, “Хөкөмдән һуң”, “Һеҙҙең хоҡуҡ”, “Ҡулланыусылар адвокаты”, “Ғаилә эсендә” һ.б. Үҫмерҙәр өсөн ай һайын гәзит эсендә “Шпана” гәзите сығарылған. Баш мөхәррирҙәре: В.И.Журавлёв (1990 й. алып, 2001 й. алып), Ю.В.Агров (1992 й. алып) В.Л.Колокольников (1997—2001), Ю.Ә.Аҙнабаев (2009 й. алып), Ш.Р.Вәлиев (2010—13).

Ш.Р.Вәлиев

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.07.2023