Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ВЕСТНИК БАШКИРСКОГО ГОСУДАРСТВЕННОГО ПЕДАГОГИЧЕСКОГО УНИВЕРСИТЕТА ИМ. М.АКМУЛЛЫ”, журнал

Просмотров: 1616

“ВЕСТНИК БАШКИРСКОГО ГОСУДАРСТВЕННОГО ПЕДАГОГИЧЕСКОГО УНИВЕРСИТЕТА ИМ. М.АКМУЛЛЫ” (“М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты хәбәрҙәре”), ғилми журнал. Ойоштороусыһы — БДПУ. 2000 й. алып Өфөлә йылына 4 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 600 дана (2012). “Гуманитар фәндәр”, “Тәбиғәт- математика фәндәре”, “Педагогика һәм психология” сериялары бар. Журнал биттәрендә фәнни һәм методик характерҙағы мәҡәләләр, тәбиғәт, техника, соц. һәм гуманитар фәндәр өлкәһендәге тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре баҫыла, белем биреү һәм ойоштороуҙың хәҙерге торошо б‑са көнүҙәк мәсьәләләр яҡтыртыла, яңы пед. һәм фәнни баҫмалар т‑да мәғлүмәт бирелә. Рубрикалары: “Фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр”, “Фән ҡаҙаныштары. Билдәле ғалимдар. Хроника”, “Эксперименталь майҙан эштәре тәжрибәһенән”, “Сәнғәт һәм мәҙәниәт”, “Китап белеме”, “Фәндә йәш тикшеренеүселәр” һ.б. Баш мөхәррирҙәре: Э.Ш.Хәмитов (2000 й. алып), Р.М.Әсәҙуллин (2005 й. алып).

А.Й.Зарипов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019