Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒОСМАНОВ Хәйрулла

Просмотров: 1411

ҒОСМАНОВ Хәйрулла, У с м а н о в Х. [1848 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1846), Ырымбур губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ибрай а. — 1907, Өфө], дин эшмәкәре, мөҙәрис. Ахун (1888). Вятка губ. Мачкара а. мәҙрәсәһен тамамлаған. 1888 й. Беренсе йәмиғ мәсетенең имам‑хатибы, унда мәҙрәсә (уның хөрмәтенә “Ғосмания” исеме бирелгән) аса; бер үк ваҡытта 1906 й. алып Ырымбур мосолман диниә назараты ҡазыйы. Үҙе етәкселек иткән мәҙрәсәлә Өфө губернаһында беренселәрҙән булып уҡытыуҙың яңы ысулын индерә (ҡара: Йәдитселек). Мәҙрәсәләр өсөн ислам б‑са дәреслектәр авторы.

Н.Б.Усманова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: