Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДАЛМАТ УСПЕНИЕ ИР-ЕГЕТТӘР МОНАСТЫРЫ

Просмотров: 1404

ДАЛМАТ УСПЕНИЕ ИР-ЕГЕТТӘР МОНАСТЫРЫ, Урал аръяғындағы тәүге монастырь (3‑сө класлы). 1644 й. Тинес й. (Исәт й. ҡушылдығы) тамағында Төмән өйәҙе (ҡара: Исәт провинцияһы) башҡорттары ерҙәрендә, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Төмән мырҙаһы Илегәйҙән ҡуртымға алынған ерҙәрҙә нигеҙләнгән. Нигеҙ һалыусыһы — Далмат ҡарт (донъяуи исеме Д.И.Мокринский), ул башта ер өйгә урынлаша; һуңыраҡ хөжрәләр һәм часовня бурала, монастырь хужалығы ойошторола. 1702 й. монастырь благочиние статусын ала, уның настоятеле дини идараға етәкселек итә. Д.У.и.‑е.м. ҡалмыҡтар (1651), башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.) барышында башҡорттар (1662—64, 1681—84, 1704—11) һөжүменә, таланыуға һәм яндырылыуға дусар була. “Дубинщина” крәҫтиәндәр ихтилалы (1762) һәм Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осоронда ҡамауҙа ҡала. 17 б. аҙағына Д.У.и.‑е.м. Себер оборона һыҙығында ҡәлғә вазифаһын башҡара, уның гарнизоны атыу ҡоралы һәм пушкалар м‑н тәьмин ителә. 1707—08 йй. янғындарҙан һуң (ағас сиркәүҙәр яна, хөжрәләр, ҡойма һәм өлөшләтә архив зыян күрә) монастырҙың таш архитектура ансамбле (сиркәү, часовня, хөжрәләр) төҙөлә, ул таш ҡойма м‑н уратыла (архитекторы И.Борисов). Ансамблдең үҙәк ҡоролмаһы — 2 ҡатлы, 5 көмбәҙле Успение сиркәүе, ул 1720 й. төҙөлә һәм изгеләндерелә. 3 өҫтәле була: 2‑се ҡатта — Пресвятая Богородица Успениеһы хөрмәтенә (төп өҫтәл, 1720 й. изгеләндерелә), 1‑се ҡатта — Христос Раштыуаһы хөрмәтенә (1711), приделда Дмитрий Прилуцкий исеменә (1710) арнап эшләнгән. “Всех скорбящих Радосте” Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә сиркәү һәм Иоанн Богослов исеменә бағышланған ҡапҡа башы сиркәүе 19 б. төҙөлә һәм изгеләндерелә. Монастырҙа Божья Матерь Успениеһы иконаһы, Острог Библияһы (1581), Киев‑Печерск патеригы (1661), “Варлаам һәм Иоасаф тураһында повесть” (“Повесть о Варлааме и Иоасафе”; 1680) китабы, затлы окладтарҙағы Инжилдар һ.б. һаҡланған. Д.У.и.‑е.м. 1646 й. — 9 монах, 1719 — 42, 1856 — 29, 1913 й. 13 монах йәшәгән. 1654 й. монастырға батша грамотаһы м‑н аҫабалыҡ хоҡуғында 160 дисәтинәгә яҡын ер бирелә; Служняя биҫтәһе (һуңыраҡ Николаевский а., 1781 й. алып Далматов ҡ.) һәм 4 ауыл уның ҡарамағында була. 1764 й. ҡарата монастырь ерҙәрендә — 7 ҡасаба, 1 ҙур ауыл, 19 ауыл, Ирбит биҫтәһендәге 3 хужалыҡ, Тубыл һәм Шадринск ҡҡ., балыҡ тотоу урындары, ҡомалаҡлы һәм урманлы биләмәләр; секулярлаштырыуҙан һуң (1764) — 30 дисәтинә ер, 5 тирмән, Ситовное күлендәге, Сувароша һәм Тинес йй. балыҡлы урындар; 19 б. 100 дисәтинә һөрөнтө ер, 22 дисәтинә сабынлыҡ, 20 дисәтинә урман, 15 дисәтинә яраҡһыҙ ер (1854) иҫәпләнә. Монахтар игенселек, малсылыҡ, балыҡсылыҡ, мәғдән сығарыу, аяҡ кейеме тегеү һәм ат егеү кәрәк‑ярағы эшләү м‑н шөғөлләнгән. Д.У.и.‑е.м. Көньяҡ Урал ҡәлғәләрен һәм Демидовтарҙың заводтарын ашлыҡ м‑н тәьмин иткән, Ырымбур экспедицияһының (1734—44) иген һәм фуражға ихтыяждарын ҡәнәғәтләндергән. 17 б. уртаһынан Силәбе ҡәлғәһе аша Уй һыҙығының торама пункттары м‑н сауҙа иткән; Николаевский а. йәрминкәләр үткәрелгән, улар барышында монастырь сауҙагәрҙәрҙән иғәнәләр ҡабул иткән, ш. уҡ шәм һәм икмәк һатыуҙан юғары килем алған. Д.У.и.‑е.м. Урал аръяғында иң ҙур сиркәү ер биләүсеһе була. Монастырь эргәһендә ағас эше оҫтаханаһы, дин әһелдәре балалары өсөн уч‑ще, Рәсәй даны уч‑щеһы, китапхана эшләй. 1681 й. алып монастырҙың Тинес торамаһындағы Введение (припискалы) ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры Д.У.и.‑е.м. ҡарай. 1924 й. Д.У.и.‑е.м. ябыла, 1992 й. диндарҙарға ҡайтарыла. Хәҙ. Далмат Изге Успение монастыры (Ҡурған өлк.) булараҡ эшләй. Билдәле настоятелдәре: иеромонах Далмат (1644 й. алып), архимандриттар Исаак (1668 й. алып, 1679—1724), Сильвестр (1730—35, 1739 й. алып), Митрофан (1749—58), Иоакинф (1762—76), Исаакий (1866—86), игумендар Мефодий (1851—66), Агафон (1895—1904), Варнава (1999 й. алып).

Әҙәб.: Плотников Г.С. Описание Мужского Далматовского Успенского монастыря и бывшего приписным к нему Женского Введенского монастыря. Екатеринбург, 1886.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: