Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӘРҮИШ

Просмотров: 1404

ДӘРҮИШ (фарс. – ярлы, фәҡир), мосолман мистигы, суфыйҙар тәриҡәте (ҡара: Суфыйсылыҡ) ағзаһы. Теге йәки был тәриҡәттә (Бикташиә, Нәҡшбәндиә һ.б.) тороуына ҡарамаҫтан, Д. сәйәхәт итеүселәргә һәм ишан (пир, остаз) етәкселегендә даими торлаҡта көн итеүселәргә бүленә. Д. соц. составы төрлө, йыш ҡына улар араһында хәлле йәшәгән һөнәрселәр, сауҙагәрҙәр, чиновниктар ҙа осрай. Д. күпселеге аскетизмға бирелгән (ҡара: Дини аскетизм), ҡайһы берҙәре никахҡа инеүҙән һ.б. баш тарта. Д. үҙ тәриҡәттәре идеяларын Башҡортостанда ла таратҡан. Башҡорттар араһында улар изге һаналған, ҡәберҙәре ғибәҙәт ҡылыу урыны (ҡара: Зыярат) булған. Сәсән Муллағолдиуана Д. булараҡ билдәле, ул Ә.Ә.Вәлидовтың бала сағында уның рухи донъяһы формалашыуына йоғонто яһаған. Д. образы “Ай тотолған төндә” трагедияһында, “Таһир менән Зөһрә” эпосында һ.б. һүрәтләнә. 20 б. башынан башҡорттар халыҡтың ярлы ҡатламынан сыҡҡан берәҙәктәрҙе Д. тип йөрөткән.

Әҙәб.: Ярмуллин С. Ахыр заман аяҡ аҫтында. Өфө, 2004.

Ф.Ғ.Хисамитдинова, Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: