Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИР БАЛАЛАР ДИНИ УЧИЛИЩЕҺЫ

Просмотров: 1286

ИР БАЛАЛАР ДИНИ УЧИЛИЩЕҺЫ, православие руханиҙарын әҙерләү өсөн башланғыс уҡыу йорто. 1818 й. Дини семинарияның түбәнге кластарын үҙгәртеп ҡорған ваҡытта Өфөлә асыла. Епархия Преосвященныйының Баш идаралығы ҡарамағында була, Изге Синод аҡсаһы иҫәбенә тотола. Уҡытыу‑тәрбиә процесы м‑н семинария идараһы етәкселек итә. Уҡыу түләүле була, мохтаждар ҡаҙ- на иҫәбенә тотола. Уҡыу курсы — 6 йыл. Башта 2 класлы мәхәллә һәм 2 класлы өйәҙ училищеларынан тора. Мәхәллә училищеһына 7—8 йәшлек балаларҙы ҡабул иткәндәр, һәр класта бер йыллыҡ уҡыу курсы була. Мәхәллә училищеһын тамамлағас, уҡыусылар һәр класында 2‑шәр йыллыҡ уҡыу курсы булған өйәҙ учили- щеһына уҡырға инә. 1840 й. 4 класс урынына 3 бүлексә (түбәнге, урта, юғары) ойошторола, һәр береһендә уҡыу курсы 2‑шәр йыл була, 1873 й. – 5 класс (әҙерлек класы м‑н бергә), уҡыу курсы — йыл. 1891 й. епархия аҡсаһына 1‑се класта, 1897 й. 2‑се класта ла параллель бүлексә асыла. 1910 й. кластарҙың 4 параллель бүлексәһе була. Уҡыу программаһына катехизис, Иҫке һәм Яңы Ғәһедтең Изге тарихы, сиркәү уставы, сиркәү йыры, урыҫ һәм славян грамматикаһы, латин һәм грек телдәре, геогр., арифметика, матур яҙыу; 1840 й. алып ш. уҡ урыҫ граждандар тарихы, гимнастика һәм хәрби маршировка инә. И.б.д.у. эргәһендә изге великомученик Димитрий Солунский исеменә бағышланған йорт сиркәүе (1885 й. изгеләндерелә), ул сауҙагәрҙәр Д.И.Стахеев м‑н Ф.Е.Чижов (ҡара: Чижовтар) аҡсаһына асылған, 3 китапхана, дауахана, дөйөм ятаҡ, ашхана эшләгән. 1860 й. – 341, 20 б. башына 270 уҡыусы була. И.б.д.у. м‑н И.Е.Златоверховников һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 1919 й. авг. училище ябыла. 1884 й. И.б.д.у. Оло Илья урамындағы үҙенең 2 ҡатлы таш бинаһында (хәҙ. БДУ‑ның биол. ф‑ты бинаһы) урынлаша, ул Синод аҡсаһына архитек- тор К.Н.Кодрунцев проекты б‑са төҙөлгән (3‑сө ҡаты 20 б. 30‑сы йй. өҫтәп һалына); архитектура ҡомартҡыһы булып тора. Беренсе донъя һуғышы йылдарында училищеның төп корпусында хәрби казарма һәм лазарет урынлаша, дәрестәр Епархия ҡыҙ балалар училищеһы бинаһында үткәрелә.

Әҙәб.: Златоверховников  И.Е. Уфимская епархия. Уфа, 1899.

В.В.Латипова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: