Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДИНДӘШЛЕК

Просмотров: 1185

ДИНДӘШЛЕК, ғибәҙәт ғәмәлендә “Никонға тиклемге” йолаларға тоғро ҡалған һәм, старообрядсылыҡтан айырмалы рәүештә, епархия һәм Синод хакимлығын таныған православие ағымы. Рәсәйҙә 18 б. аҙ. старообрядсылыҡтың уртасыл ҡарашлылар даирәһенең Урыҫ православие сиркәүе м‑н килешеү төҙөүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Старообрядсыларҙың Д. күсеүе расколға ҡаршы йүнәлтелгән сиркәү һәм дәүләт саралары системаһы м‑н тормошҡа ашырыла. Был башланғысҡа 1784 й. императрица Екатерина II нигеҙ һала; ул ҡайһы бер старообрядсылыҡ мәхәлләләренә боронғо китаптар б‑са ғибәҙәт ҡылыу рөхсәте м‑н Урыҫ православие сиркәүенән священниктар бирә. Мәскәү митрополиты Платон тәҡдиме б‑са “Диндәшлек ҡағиҙәләре” раҫланғандан һуң (1881 й. үҙгәрештәр индерелә), Д. император Павел I 1800 й. 27 окт. указы м‑н хоҡуҡи рәүештә рәсмиләштерелә. Уға ярашлы, Д. күсеүселәр расколдан баш тартыуҙы талап иткән анттан азат ителә; диндәштәр, епархия архиерейынан священниктар ҡабул итеп, дини һәм суд эштәрендә уға ышана ала. 1799—1801 йй. Д. сиркәүҙәре Петербург, Мәскәү, Калуга һ.б. ҡҡ. асыла. 19 б. 30‑сы йй. башында байтаҡ старообрядсылыҡ монастырҙары (тәүгеләрҙән булып Ырғыҙ буйындағылар; 1829), 1854 й. Рогожа һәм Преображение зыяраттарындағы (Мәскәү) старообрядсылыҡ сиркәүҙәре Д. күсерелә. 1866 й. Преображение зыяратында Николай диндәшлек монастырына нигеҙ һалына. Император Николай I осоронда старообрядсылар ҡатлам хоҡуҡтарынан һәм өҫтөнлөктәренән мәхрүм ителеүҙән ҡурҡып, Д. күсә (1827 й., 1836 й. һәм 1854 й. указдар). Изге Синод указдары (1839, 1848) м‑н благочинныйҙарҙың Д. мәхәлләләре эшенә ҡыҫылыуы тыйыла һәм уларҙың сиркәү‑хужалыҡ идараһы мәсьәләләренә автономияһы раҫлана; 1853 й. һуң диндәш руханиҙарҙың балалары дини ҡатлам ағзаларының нәҫел һ.б. хоҡуҡтарын ала. 1917—18 йй. Урыҫ православие сиркәүенең Поместье соборында диндәштәр үҙ епископатына эйә була. 20 б. башына 600‑гә яҡын Д. ғибәҙәтханаһы иҫәпләнә. 30‑сы йй. Д. сиркәүҙәренең күпселеге ябыла, епископат ағзаларының бер өлөшө юҡ ителә, бер өлөшө Белокриницкий иерархияһына һәм беглопоповсыларға күсә. 1996 й. аҙ. Рәсәйҙә 8 диндәш священник, бер нисә монах була, епископат булмай, аҙ һанлы мәхәлләләр эшләй.

Көньяҡ Уралда диндәштәр 1795 й. Урал казак ғәскәрендә барлыҡҡа килә (1839 й. офицерҙарҙың 43%‑ы). Урал протопопы ҡарамағында 7 сиркәү була: Уральск (4), Илек, Һаҡмар һәм Ҡалмыš ҡалаларында. Ырымбур губернаһында Д. Силәбе өйәҙе поповсылары араһында таралыу ала (священник И.Никольский; 1500 мәхәллә кешеһе), тәүге Д. сиркәүе 1829 й. ш. уҡ өйәҙҙең Сладко‑Карасинское  а. асыла. 1838–40 йй. Златоуст (Косотур) заводында, Өфө өйәҙенең Берёзовка, Ҡыҙылъяр аа. сиркәүҙәр асыла, 1849 й. Златоуст Воскресение диндәш ирҙәр монастырына нигеҙ һалына. 1862 й. Ырымбур губ. диндәш священниктар араһында 37 аҡ рухани, 61 монах була. 19 б. 2‑се ярт. Ырымбур һәм Өфө епархияларында Златоуст ҡ., Бөрө өйәҙенең Һикәяҙ һәм Ҡуяштыр аа., Бәләбәй өйәҙенең Үрге Троицк а., ш. уҡ Верхнеурал өйәҙендә һәм Силәбе өйәҙендә 23 Д. сиркәүе эшләй.1908 й. Өфө губернаһында 8 Д. сиркәүе һәм 1 монастырь була, 90‑ға яҡын священник һәм 6,2 меңдән ашыу мәхәллә кешеһе иҫәпләнә. 1920—21 йй. Өфө епархияһы м‑н Д. епискобы Симон етәкселек итә. 1937 й. аҙағына БАССР‑ҙа бөтә Д. сиркәүҙәре ябыла.

Әҙәб.: Чернавский Н.М. Оренбургская епархия в прошлом её и настоящем //Труды Оренбургской учёной архивной комиссии. Вып.1, 2. Оренбург, 1900–1902; Сергеев Ю.Н. Из истории старообрядчества и христианского сектантства на Южном Урале (кон. ХVII – нач. ХХ вв.) //Башкирский край. Вып.3. Уфа, 1993; Зимина Н.П. Путь на Голгофу, М., 2005.

Е.С.Данилко, Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: