Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕПАРХИЯ ҠЫҘ БАЛАЛАР УЧИЛИЩЕҺЫ

Просмотров: 1166

ЕПАРХИЯ ҠЫҘ БАЛАЛАР УЧИЛИЩЕҺЫ, урта уҡыу йорто. 1862 й. Өфө һәм Минзәлә епискобы Филарет инициативаһы м‑н Өфөлә асыла. Епархия Преосвященныйының Баш идаралығы ҡарамағында була, Өфө епархияһы аҡсаһына тотола. Уҡытыутәрбиә эшен идара алып бара, уның составына Өфө дини семинарияһы ректоры, училище начальницаһы һәм кафедра протоиерейы инә. 10—12 йәшлек ҡыҙҙар ҡабул ителә. Уҡыу бушлай була. Уҡыу курсы — 6 йыл (һәр класта берәр йыл). 1872—82 йй. 3 класлы (һәр береһе 2‑шәр йыллыҡ уҡыу курсынан тора) була. Уҡыу программаһына Алла Ҡануны, православие сиркәүе һәм раскол тарихы, ғибәҙәт ҡылыу, сиркәү йыры, уҡыу һәм яҙыу, арифметика, география, тарих (рус, граждандар, дөйөм), француз теле (1875 й. алып), матур яҙыу һәм ҡул эштәре инә. Е.ҡ.б.у. эргәһендә Воронеж епискобы Изге Тихонға бағышланған йорт сиркәүе (1863 й. нигеҙ һалына, 1889 й. изгеләндерелә), ҡыҙҙар өсөн сиркәү-мәхәллә мәктәбе (1895 й. алып), училищены тамамлаған фәҡир етемдәрҙе хәстәрләү попечителлеге (1905 й. алып) эшләй. Е.ҡ.б.у. м‑н И.Е.Златоверховников һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 1865—66 уҡыу йылында — 69, 1883—84 йй. — 191, 1907—08 йй. 342 уҡыусы була. Училищены тамамлаусылар араһында Варвара, В.Ф.Евлампиева. 1919 й. ябыла. Начальницалары: Е.И.Сергеева (1862 й. алып), А.Лапина (1880‑се йй.), Е.Лапина (1890‑сы йй.), Е.Яблокова (1900 й. алып). Е.ҡ.б.у. 1862 й. башлап — Благовещение ҡатын-ҡыҙҙар монастыры биналарының береһендә (хәҙ. Коммунистик урам, 50), 1863 й. — шәхси йортта, 1866 й. 2 ҡатлы бинала (хәҙ. Туҡай урамы, 48; 1902 й. уға 3 ҡатлы төкәтмә төҙөлә) урынлаша. Бина — тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы; уға 1917 й. Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмаларының губерна штабы һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 1741‑се эвакогоспиталь урынлашыуын белдергән мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Әҙәб.: Троицкий М.П.Исторический очерк Уфимского епархиального женского училища со времени учреждения его (с 1862) по 1887 год. Уфа, 1888; Валеева М.Г. Женское епархиальное училище //Дорога к храму. История религиозных учреждений г.Уфы. Уфа, 1993.

М.Ғәлиева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019