Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЖЕЛАТЕЛЕВ Павел Петрович

Просмотров: 1763

ЖЕЛАТЕЛЕВ Павел Петрович (1828 – 17.11.1897, Өфө), дин эшмәкәре. Дини тәғлимәт канд. (1854). Священник дәрәжәһен ҡабул итә (1855). Ҡазан дини акад. тамамлағандан һуң (1854) Ырымбур ҡ. хеҙмәт итә: Спас-Преображение соборының, төрмә замогының священнигы һәм 1‑се мәхәллә уч‑щеһының Алла Ҡануны уҡытыусыһы. 1857—69 йй. һәм 1877 й. алып Өфөлә: төрмә замогы ҡарамағындағы Пётр һәм Павел сиркәүе священнигы, балалар приютының, өйәҙ уч‑щеһының, Мариин ҡыҙ балалар гимназияһының Алла ҡануны уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1863—69 йй. сиркәүҙәр благочинныйы, 1877 й. башлап Воскресение кафедраль соборының настоятеле, монастырҙар благочинныйы, “Уфимские епархиальные ведомости” гәз. инспекторы, бер үк ваҡытта 1883 й. алып Успение ирҙәр монастырының настоятеле вазифаһын башҡара. 1869—77 йй. Минзәлә соборы протоиерейы, настоятеле. 1867 й. башлап Епархия ҡыҙ балалар училищеһы советы рәйесе, 1877 й. — дини консистория һәм дини семинария идараһы ағзаһы. Өфө епархияһы б‑са тарихи‑статистик хеҙмәттәр авторы. Өфө губерна статистика ком‑ты ағзаһы (1861 й. алып), төрмәләр попечителлеге ком‑ты дир. (1869 й алып). 3‑сө (1893) һәм 4‑се (1883) дәрәжә Изге Владимир, 2‑се (1879) һәм 3‑сө (1875) дәрәжә Изге Анна орд., көмөш кандидатлыҡ тәреһе (1886), түшкә таға торған алтын тәре (1875), Владимир таҫмаһындағы түшкә таға торған бронза тәре (1858), суҡмар (1887) м‑н бүләкләнгән.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: