Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ВЛАСТЬ ТРУДА”, гәзит

Просмотров: 1658

“ВЛАСТЬ ТРУДА” (“Хеҙмәт власы”), ижт.‑сәйәси гәзит. РКП(б)‑ның Өфө губерна ком‑ты, Эшсе һәм һалдат депутаттары советының губерна һәм ҡала башҡарма ком‑ттары, 1922 й. 2‑се ярт. алып РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты һәм БАССР ҮБК органы. Өфөлә көн һайын урыҫ телендә сыға. 1922 й. февр. алып 1924 й. дек. тиклем нәшер ителә. Гәзит биттәрендә юғары дәүләт власы органдарыныңҡарарҙары, съезд, пленум, ултырыш резолюциялары баҫыла; республикалағы а.х., сәнәғәт, соц., мәҙәни объекттарҙы тергеҙеү барышы т‑да мәғлүмәт бирелә; Башҡортостан халыҡтарының ижт.‑сәйәси һәм рухи тормошо яҡтыртыла. 1924 й. “Агроном и пахарь”, “Юный коммунар” (“Йәш коммунар”), “Взлёты” (“Күтәрелеш”) исемле аҙналыҡҡушымталары була. Мөхәррирҙәре: И.А. Белоусов, А.Блюменталь, Л.Колосс, В.Павлов, Д.А.Лебедев.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019