ҒӨЗӘЙЕРОВ Ғарифулла Вәли улы
ҒӨЗӘЙЕРОВ Ғарифулла Вәли улы (14.8.1911, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ибрай а., хәҙ. БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Иҫке Ибрай а., — 2.11.1993, Өфө), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1958). ВКП(б) ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1942) тамамлаған. 1935 й. алып — “Йәш төҙөүсе” (ҡара: “Йәншишмә”) гәз., 1937 й. — “Пионер” ж., 1938 й. — “Ҡыҙыл Башҡортостан” (ҡара: “Башҡортостан”), 1939 й. башлап “Ленинсы” гәз. баш мөхәррире; 1943 й. ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑ты секретары, 1944 й. — “Правда” (“Хәҡиҡәт”) гәз. үҙ хәбәрсеһе, 1948 й. — “Кызыл таң” гәз. баш мөхәррире, 1950 й. — Башҡ‑н дәүләт нәшриәте хеҙм‑ре, 1955 й. — БАССР Мәҙәниәт министрлығының бүлек начальнигы. 1958 й. алып БАССР МС‑ы эргәһендәге Телевидение һәм радиотапшырыуҙар ком‑ты рәйесе, 1965—70 йй. рәйес урынбаҫары. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1949).
Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов