Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЖУРНАЛИСТИКА БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

Просмотров: 1285

ЖУРНАЛИСТИКА БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, журналистика өлкәһендә юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Махсус Ж.б.б.б. махсус (журналистика теорияһы нигеҙҙәре, Рәсәй һәм сит ил журналистикаһы тарихы, стилистика һәм әҙәби мөхәррирләү, журналистика социол., һөнәри этика һ.б.), ғәмәли (машинкала баҫыу, стенография һ.б.), ш. уҡ ижт., иҡт., филол. фәндәр циклын өйрәнеүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостанда Ж.б.б.б. 1989 й. Башҡорт дәүләт университетында башҡ. филологияһы һәм журналистика ф‑ты һәм журналистика каф. асылғандан һуң үҫеш ала. Белгестәр ш. уҡ Көнсығыш иҡтисади‑юридик гуманитар академияһында, Иҡтисад һәм сервис университетында әҙерләнә. 20 б. 70—80‑се йй. респ. гәзиттәренең редакцияһы эргәһендә йәш журналистар мәктәптәре эшләй. Күп кенә дөйөм белем биреү мәктәптәрендә һәм үҫмерҙәр ижады үҙәктәрендә йәш журналистар түңәрәге бар. Ж.б.б.б. үҫешенә Ш.Ғ.Ғилманова, М.Ф.Ғәйнуллин, Ф.Т.Күзбәков, Р.Р.Мәһәҙиева, В.В.Пугачёв, В.Ә.Шәймиев һ.б. өлөш индергән.

Әҙәб.: Журнал мәҡ. ҡарағыҙ.

Ф.Т.Күзбәков

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: