Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘХИТОВ Әнүр Хисмәт улы

Просмотров: 1508

ВӘХИТОВ Әнүр Хисмәт улы [20.12. 1932, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Туғай а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) — 24.12.1984, Өфө], әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. Филол. ф. канд. (1965). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1965). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1958) 1961 й. тиклем шунда уҡ уҡыта, 1964 й. алып ТТӘИ‑нең өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт әҙәбиәте теорияһына һәм тарихына арналған. “Таланттың асылы” (1972), “Офоҡтар киңәйгәндә” (1979), “Башҡорт прозаһында жанр һәм стиль” (“Жанр и стиль в башкирской прозе”; 1982) китаптарында башҡ. прозаһының жанрҙар эволюцияһы ҡарала. “Ижади портреттәр” (1976), “Әҙәбиәт шоңҡары” (1984) һ.б. китаптарында З.А.Биишева, Х.Ғиләжев, Д.Ф.Исламов, Ғ.Сәләм, Я.Х.Хамматовтың ижади портреттары тыуҙырылған. “Салауат күпере” (1963), “Шәжәрә” (1969) хикәйәләр йыйынтыҡтарында халҡы йолаларын хөрмәтләп һаҡлаған, Тыуған иле һәм халыҡ бәхете өсөн ғүмерҙәрен бирергә әҙер торған батырҙар данлана; хикәйәләүгә башҡ. хикәйәттәре тәбиғи үрелгән. “Ҡайын суҡтары” (1966) һәм “Сейәлетүбә” (1985) китаптарына ингән әҫәрҙәренең төп темаһы — кешенең тыуған ере алдындағы яуаплылығы. “Тамырҙарым” (1992) шиғырҙар йыйынтығында В. үҙ халҡы, тыныслыҡ, тормош асылы һәм матурлығы, дуҫлыҡ һәм тоғролоҡ т‑да айырыуса йылылыҡ м‑н яҙа. Сәйетбаба урта мәктәбе бинаһына һәм Өфөлә В. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған; Ғафури р‑ны Красноусол һәм Сәйетбаба аа. урамдарға уның исеме бирелгән. Ж.Кейекбаев ис. пр. лауреаты (2002).

Х е ҙ м.: Эпик киңлектәрҙә: тәнҡит мәҡәләләре. Өфө, 1968; Башҡорт прозаһының жанр-стиль ҡанундары. Өфө, 2007.

Ә ҫ ә р ҙ.: Яҡты күңел: хикәйәләр. Өфө, 1981.

Әҙәб.: Әнүр Вахитов //Яҙылмаған китап. Өфө, 1998.

Р.Т.Бикбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: