Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘБИТОВ Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы

Просмотров: 1840

 

ҒӘБИТОВ Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы [1886 й. майы, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Әбделкәрим а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 14.4.1938, Төньяҡ- көнсығыш хеҙмәт м‑н төҙәтеү лагеры, Алыҫ Көнсығыш крайы Магадан ҡсб], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, шағир, телсе, фольклорсы. “Рәсүлиә”, “Ғәлиә” мәҙрәсәләрендә уҡый (1909—12). 1912 й. алып Верхотурье, Иркутск һәм Верхнеурал ҡҡ. мәҙрәсәләрендә уҡыта. “Тулҡын” бөтә башҡ. йәштәр иттифағы ағзаһы. 1918 й. Үҙәк мосолман комиссариатының башҡ. бүлеге мөдире, “Башҡорт”, “Башҡорт тауышы”, “Башҡортостан хөкүмәтенең теле” гәз. мөхәррире. Авг. 2‑се Бөтә башҡ. ҡоролтайында Башҡорт мәркәз шураһы башҡарма комитеты составына индерелә, дек. 3‑сө Бөтә башҡ. ойоштороу ҡоролтайында Кесе ҡоролтай ағзаһы итеп һайлана. 1919—20 йй. Башҡортостан хәрби-революцион комитетында, 30‑сы йй. “Южураллес” тресында эшләй. Тәүге әҫәрҙәрен 10‑сы йй. башында “Мөғәллим” (Ырымбур ҡ.), “Шура” ж., “Ваҡыт”, “Тормош” гәз. баҫтыра. “Башҡорт моңдары” (1918) һәм “Урал йырҙары” (1923) шиғри йыйынтыҡтарына ингән әҫәрҙәре милли ғорурлыҡ, башҡ. халҡының яҡшы киләсәгенә ышаныс м‑н һуғарылған. “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” йыры мотивтары б‑са ижад ителгән ш. уҡ исемле пьесаһы (1924) күп тапҡыр Башҡорт драма театры сәхнәһендә ҡуйыла. Ғ. башҡорт тел ғилеменең теоретик һәм практик мәсьәләләрен эшләүҙә ҡатнаша. “Башҡортса яҙыу ҡоралы” (1924), “Башҡорт теленең имләһе” (1925), “Башҡорт теленең грамматикаһы” (1925) китаптарының авторҙашы. Башҡ. фольклорын тәү башлап өйрәнеүселәрҙең береһе, “Боронғоларҙың һүҙҙәре. Башҡорт телендә мәҡәлдәр һәм тапҡыр һүҙҙәр” (1924) йыйынтығын төҙөүсе (Ғ.Ф.Вилданов м‑н берлектә). Ғ. яҙып алған ҡобайырҙар “Башҡорт халыҡ ижады” китабына ингән. 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезы делегаты. Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте ағзаһы, 1926 й. Яңы башҡорт алфавиты комитеты етәксеһе. Репрессиялана (1935), атыла. 1964 й. аҡлана.

 Ә ҫ ә р ҙ.: Тәнәйҙәргә йырҙарым: шиғырҙар. Өфө, 1926; Ипкен: шиғырҙар. Өфө, 1930.

Әҙәб.: Н а с и р о в Р. Уҙамандарҙы эҙләйем. Өфө, 1997.

Р.Х.Насиров, Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.05.2023
Связанные темы рубрикатора: