ГОЛДОБИН Сергей Анатольевич
ГОЛДОБИН Сергей Анатольевич (22.9.1954, Горький ҡ. — 21.1.2011, Өфө), архитектор. РФ‑тың почётлы (2005), БР‑ҙың атҡ. (1992) архитекторы. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1985). В.П.Чкалов ис. Горький инженерлыҡ-төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң (1976) “Башкиргражданпроект” ин‑тының 5‑се оҫтаханаһы архитекторы, 1981 й. алып архитектура төркөмө етәксеһе, 1979 й. — төп, 1984 й. — баш архитекторы; 1989 й. — “Архпроект” ЯАЙ‑нда проекттарҙың баш архитекторы, 1990 й. — оҫтахана нач., 2008—10 йй. — ген. дир., бер үк ваҡытта 1990 й. башлап ӨДНТУ‑ла уҡыта. Башҡортостанда беренсе булып йыш урынлашҡан һәм бейеклеге сикләнгән төҙөлөш проекттарын эшләй. 50‑нән ашыу проект, ш. иҫ. Сәнғәт училищеһы ятағы, спорт һәм концерт залдары (1983), “Башсбербанк” ААЙ‑ның сауҙа комплексы (1994), “Үҙәк баҙар” сауҙа-сервис комплексы (2002), “Башкирэнерго” ААЙ‑ның адм. корпусы (2001), Президент Хакимиәтенең һөйләшеүҙәр залы интерьеры (1995; икеһе лә — авторҙашлыҡта) проекттары авторы. Күмертау, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Өфө (80‑се йй. уртаһынан) ҡалаларында микрорайондар төҙөү; Үрге Сауҙа майҙанын һәм Каруанһарай бинаһын, Якутов И.С. исемендәге паркты, Галле округы урамын, ВДНХ комплексын (бөтәһе лә — Өфө) һ.б. үҙгәртеп төҙөү проекттарына, ш. уҡ Германия ерендә авиаһәләкәттә һәләк булған Башҡортостан балаларына һәйкәл проектына етәкселек итә. Уҡыусылары араһында А.В.Давыденко. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (2000).
Әҙәб.: Нефёдова Т.И. Гостиный Двор в Уфе: эссе. Уфа, 1999.
А.В.Лебедева
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова